Өфөлә быйыл икенсе тапҡыр Халыҡ-ара экспорт форумы ойошторолдо. Уның көн тәртибе “Экспортҡа сығарыр ваҡыт” тигән өндәмәгә ҡоролдо. Эшҡыуарҙарҙың маҡсаттары һәм үҫеш йүнәлештәре менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла ҡыҙыҡһынды.
Йүнселдәр форумға көнэлгәре әҙер. Бының өсөн улар Битулинк онлайн-нетворкинг майҙанындағы “Бәйләнештәр биржаһы” аша элемтә үткәреп эшлекле тәҡдимдәрен уртаҡлашҡан. Етештереү һәм сауҙа бөгөн электрон киңлектә үҫеш ала.
Рәсәй тауарҙарының сит ил ҡулланыусыһын етди ҡыҙыҡһындырғанын бер сәғәт эсендә миллиондарса һум табыш алған электрон коммерция вәкилдәре иҫбатлай. “Эпиньдо” компанияһының Рәсәйҙәге вәкиле Анастасия Тарасевич киләсәктә Ҡытайға Башҡортостан тауарҙарын сығарыуға өмөт бағлай.
Икенсе халыҡ-ара экспорт форумында эшҡыуарҙар Рәсәй етештереүселәренең тауар әйләнешен яңы кимәлгә сығарыуҙа электрон коммерция мөмкинлектәрен файҙаланыу мәсьәләһе һәм төбәк предприятелары тауарҙарын экспортҡа сығарырға ярҙам итер акселерация программаларын бойомға ашырыу тураһында фекер алышыуҙы эшлекле уйын тәртибендә үткәрҙе. Башҡортостан илдең 11 төбәге менән бер рәттән 2.0 экспорт стандартын индереү буйынса пилот программаһында ҡатнаша. Төбәктәр мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән яңы стандарт иһә өлкә һәм республикаларҙың етештереү һәм сауҙа ҡеүәтен иҫәпкә ала.
Машиналар төҙөү һәм химия сәнәғәте тармаҡтарында экспортты яйға һалған беҙҙең республиканы бөгөн аграр сәнәғәт тармағы тауарҙарын да сит илдә һатыу мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындыра. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың экспорт әйләнешен бары ике тиҫтәләгән эре предприятие тәьмин итһә, киләсәктә урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа ла юл асыу әмәле ҡарала.
Халыҡ-ара форум сиктәрендә Рәсәй экспорт үҙәге менән республика хөкүмәте араһында электрон каналдар аша сеймал булмаған тауар экспортын үҫтереү һәм “Экспорт мәктәбенең” өҫтәмә һөнәри белем биреүсе акселерация программаһын Башҡортостан биләмәһендә бойомға ашырыу тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Форумда ҡатнашыусылар өсөн эшлекле осрашыуҙар үтте, ә урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ предприятиелары етәкселәре өсөн экспортҡа сыҡҡанда комуникатив технологиялар ҡулланыу нескәлектәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирелде.