Ағыулы химикаттар Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттарының ҡырылыуына сәбәпсе булған

Тулыраҡ: Ағыулы химикаттар Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттарының ҡырылыуына сәбәпсе булған

Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәр итте.

Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Ҡотломәтов хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ районында үлгән бал ҡорттары өлгөһөндә Һарытау ветеринария лабораторияһы белгестәре ағыулы химикаттар барлығын асыҡлаған. Улар пиретроидтар класына ҡарай, үҫемлектәрҙә 20-30 көн һаҡлана. Бал ҡортоноң нерв-паралитик һәм эсәк органдарына тәьҫир итә ала. Аталған инсектицидтарҙың Ҡытайҙа етештерелеүе билдәле. Хәбәр итеүебеҙсә, Республиканың 10 районында бал ҡорттары күпләп ҡырылғайны.