Тормошҡа ашмаған хыял

Тулыраҡ: Тормошҡа ашмаған хыял

Йөҙгә яҡын мосолман изге сәфәргә сығыу өсөн Хаж фондына миллионға яҡын аҡса түләй. Әммә ғибәҙәт ҡылыусылар юллама ла алмаған, аҡсаларын да һаман ҡайтара алмай. Фонд директоры алданып ҡалыусыларҙы аҡсаны мотлаҡ ҡайтарам тигән вәғәҙәләр менән генә тынысландыра. Яҡтар менән хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова осрашты.

Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылырға йыйынған оло йәштәге Фирҙәүсә Хәсәнова алданғанына һис тә ышанмай. Ханым былтыр изге сәфәр ҡылыр өсөн 200 мең һум аҡса йыйып “Хаж фондына” мөрәжәғәт итә. Әммә ни сәбәптәндер ул юлға ла сыҡмай, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай.

Сәләмәтлеге һәм матди хәле мөмкинлек биргән һәр мосолман Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылырға тейеш. Сәфәргә барырға теләүселәрҙең бер ҡатлылығын файҙаланып, фонд еңел генә уларҙың ышанысына керә, яҡшы, ә иң мөһиме хәүефһеҙ сәфәр вәғәҙә итә. Мосолмандарҙың күбеһе хатта ғаиләһе менән хаж ҡылырға теләй. Улар фондҡа миллионға яҡын аҡса түләй.

Асыҡланыуынса, фондтың 2018 –се йылда уҡ аккредитацияһы бөтә. Тик ни өсөндөр ул ғибәҙәт ҡылырға теләүселәрҙән аҡса йыйып, юлламалар биреүен дауам итә.

Хажға барырға теләүсе йөҙгә яҡын мосолман тап ошо бүлмәлә урынлашҡан фондҡа мөрәжәғәт итә. Күренеүенсә, халыҡтан аҡса йыйылып алынғас, уның директоры ла юҡҡа сыға һәм фонд та үҙ эшен туҡтата. Бында әле бөтөнләй икенсе ойошма эшләй.

Хаж фондынан сәфәр ҡылырға теләүселәр генә түгел, уның хеҙмәткәре лә зыян күрә. Әҙип Мөкминов һүҙҙәренсә, директор ярты йыллап эш хаҡын түләмәй.

Алданып ҡалыусыларҙы аҡсаларын 2018-се йылдың декабрь айында мотлаҡ ҡайтарабыҙ, тип ышандаралар. Фонд директоры Таһир Исмәғилев менән мосолмандар бәйләнешкә сыға. Әммә ул әлегә аҡса юҡ, ти.

Мосолмандар полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙа. Ләкин фонд директоры буйынса һаман енәйәт эше ҡуҙғатылмай, тип белдерҙеләр.

Хажға барыу ғәҙәти туризм төрө булараҡ ҡарала, шунлыҡтан мутлашыу осраҡтары күп. Быйыл иһә сәфәргә сығыусыларға махсус таныҡлыҡ тапшырыла. Документҡа дәүләт билдәһе ҡуйыла. Өҫтәүенә, сәфәрҙе дәүләт теркәүе аша үткән операторҙар ғына ойоштора ала. Бындай алым мутлашыусыларҙан һаҡланырға ярҙам итәсәк.

Ә алданып ҡалған мосолмандар иһә ышанысын юғалтмай. Изге сәфәргә сығыу маҡсаты менән йылдар дауамында йыйған аҡсаларын улар ҡайтарыу өсөн республика эске эштәр министрлығына ғариза яҙҙы.