Башҡортостан дауаханаларына хаҡлы ялдағы табиптарҙы эшкә йәлеп итергә уйлайҙар. Хөкүмәттә үткән “Сәләмәтлек сәғәтендә” Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы ошондай башланғыс менән сыҡты һәм ул яҡлау тапты.
Вице-Премьер Ленара Иванова билдәләүенсә, пенсионерҙарҙы эшкә йәлеп итеү, табиптар етешмәү мәсьәләһен өлөшләтә хәл итергә ярҙам итәсәк. Әммә, проблема иң көнүҙәктәрҙең береһе булып ҡала. Ҡайһы бер йәш белгестәр ярты йә бер йылдан эштәрен ҡалдырып китә. Ленара Иванова баш табиптарға мөрәжәғәт итеп, социаль ярҙамдан тыш, йәш табиптарға остаздар билдәләргә, коллективта яҡшы мөнәсәбәт булдырырға кәңәш итте.
Кәңәшмә барышында республикала халыҡты диспансеризациялау мәсьәләһе лә көн ҡаҙағына сығарылды. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һүҙҙәренсә, әлегә 300 мең кеше медицина тикшереүе үткән. Учалы районы табиптары яҡшы һөҙөмтәгә ирешә – улар предприятие-ойошмаларға барып, урында диспансеризация уҙғара. Иглин белгестәре лә ҡалышмай. Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, медицина тикшеренеүҙәре хәҙер ентекләп ойошторола, был иһә сирҙәрҙе күберәк асыҡларға ярҙам итә.