Балалар өсөн хәүефле майҙансыҡтар

Тулыраҡ: Балалар өсөн хәүефле майҙансыҡтар

Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәнҡитенән һуң, республикала балалар майҙансыҡтарын тикшерә башланылар. Уларҙың күбеһенең заман талаптарына яуап бирмәүе асыҡланды. Хәүефһеҙлек тыуҙырған ҡоролмалар хаҡында Закир Шәрипов репортажы.

Бында сабыйҙарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Балалар майҙансығында таш һәм тимер-томор. Уйнау өсөн тәғәйенләнгән ҡоролмаларға кәмендә 30 йыл.

Балалар майҙансығы яҡшылап кәртәләнмәгән, шуға ата-әсәләр туп артынан йүгергән сабыйҙарҙың машина аҫтында ҡалыуы ихтимал, тип борсола. Майҙансыҡты ике аҙнаға бер тапҡыр тәртипкә килтерәләр. Шуға күрә бында сүп-сар бихисап. Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән урынды асарбаҡтар һәм эскеселәр ҙә үҙ итә.

Контроль-күҙәтеү органдары бындай етешһеҙлектәрҙе асыҡлап, тейешле органдарға еткереп тора.

Ошондай уҡ хәл Менделеев урамында күҙәтелә. Бер-нисә йыл элек кенә файҙаланыуға тапшырылған өр-яңы өйҙөң янында урынлашҡан балалар майҙансығы хәүеф тыуҙыра.

Белгестәр бында ла ҡоролмаларҙың нормаға тап килмәүен асыҡланы. Шул уҡ, бетон, тимер ятыуы, ҡоролмаларҙың буялмауы һәм башҡа етешһеҙлектәр.

Был мәсьәлә юғары кимәлдә иғтибарға алынды. Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров чиновниктарға Ауырғазы районында төшөрөлгән видеоны күрһәтте.

Республикала талаптарға яуап биргән балалар майҙансыҡтары ла бар. Мәҫәлән, Яҡутов исемендәге ял паркында ошондай урын булдырылған. Хатта ата-әсәләр өсөн эскәмйәләр ҡуйылған.

Заманса балалар майҙансыҡтарының күпселеге хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Мәҫәлән, бында ҡоролмалар аҫтына махсус, йомшаҡ япма йәйелгән. Ул сабыйҙар ҡолай ҡалһа, йәрәхәтләнеүҙән һаҡлай. Бынан тыш, ҡоролмалар яҡшылап нығытылған һәм тимерҙәре сығып тормай.

Башҡортостанда 6 мең ярым самаһы балалар майҙансығы иҫәпләнә. Шуларҙың 5 проценты ғына талаптарға яуап бирә, тип белдерә белгестәр. Улар башҡа ҡала-райондарҙа ла тикшереү үткәрергә йыйына. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙә урындағы халыҡ та ярҙам күрһәтә ала, бының өсөн ведомствоға мөрәжәғәт итергә кәрәк.