Мәскәү ҡалаһының «Студия IV» кинокомпанияһы балалар өсөн «Душа Пирата», тип исемләнгән нәфис фильм төшөрә башланы. Ижади төркөм Өфөлә, Бәләбәй һәм Белорет райондарында эшләйәсәк. Йәш артистар менән хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина осрашты.
Урал кинопаркы һәм Мәскәүҙең „4-се студия„ кинокомпанияһы оҙон метражлы фильм төшөрә башланы. Бында һүҙ дүрт дуҫ мажаралары хаҡында бара. Кескәй Миша, Паша, Дима һәм Чебурашка ролен Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һайлап алынған 9-12 йәшлек балалар башҡара.
ильм нигеҙендә – дуҫлыҡ, тоғролоҡ хистәре ята. Өс уҡыусы бала шуҡлыҡ арҡаһында дауаханаға эләккән дуҫтарына ярҙам итергә тырыша. Кинола ҡатнашыусы лабрадор тоҡомло эттәр ҙә айырым иғтибарға лайыҡ. Хайуандар ҙа актерҙар кеүек үк һайлау турын үтә.
80-се йылдарға хас булған кейем-һалым бар ил буйлап эҙләнгән тиергә лә мөмкин. Актерҙарҙың костюмындағы бәләкәй генә деталь – төймәне лә күҙ уңынан ысҡындырманыҡ, ти проекттың ҡуйыусы рәссамы.
Нәфис фильмдың генераль продюсеры — Александр Самойленко. Билдәле актер кинола үләндәр менән дауалаусы халыҡ табибы ролен башҡара.
роект беҙҙе бала саҡҡа алып ҡайтты, шуға күрә фильмды төшөрөү үтәлә ныҡ ҡыҙыҡлы, ти режисер Айсыуаҡ Йомағолов.
Сценарийҙың авторы Мәскәү ҡалаһынан – Алан Хурумов, ҡуйыусы операторы – Рияз Исхаҡов. Балалар өсөн нәфис фильмдағы ваҡиғалар 1985-се йылдарҙа бара.
Фильмда төшөрөү өсөн Өфөнөң бер-нисә ерен һайлап алалар.... улар араһында авиация техникумы ла бар. Уҡыу йортоноң беренсе этажы дауахана ролен башҡара... Уҡыу йортоноң стеналағы буяуҙары, иҙәне, тар ғына коридоры ..... хәтерләтә.
Башҡортостанда киноға төшөүҙе „Уральский кинопарк„ киностудияһы бойомға ашыра. Июль айында „Душа пирата„ фильмы үҙ эшен йомғаҡлар, тип көтөлә.