Башҡортостан Хөкүмәте “Группа ГАЗ” компанияһы менән килешеү төҙөнө

Тулыраҡ: Башҡортостан Хөкүмәте “Группа ГАЗ” компанияһы менән килешеү төҙөнө

Өфөлә ошо килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ ресубликаның компания менән хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Был йәһәттән техника һатып алыу мөмкинлеге лә ҡарала. Осрашыу барышында предприятие етештергән йәмәғәт һәм махсус транспорт берәмектәре күргәҙмәһен менән танышыу үтте. Әле республикаға 500-ҙән ашыу автобус талап ителә. Ике яҡлы килешеүгә ярашлы Башҡортостан Газ компанияһынан 70 берәмек техника һатып алды. Машиналарҙың тәүге партияһы августа килер, тип көтөлә.