Буласаҡ уҡытыусыларҙы маҡсатҡа ярашлы әҙерләү өсөн республика бюджетынан 200 миллион һум аҡса бүленәсәк. Был хаҡтағы ҡарар Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән сираттағы мәғариф сәғәтендә ҡабул ителде.Кәңәшмәлә тикшерелгән төп мәсьәлә – мәктәптәрҙә уҡытыусыларға дефицитты бөтөрөүгә ҡағылды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов белдереүенсә, урта белем биреү йорттарында 25-тән дә йәшерәк уҡытыусылар дөйөм һандың 3 процентын ғына тәшкил итә. Педагогтарҙың күбеһе 40 йәштән өлкән. Мәсьәлә айырыуса ауыл мәктәптәрендә киҫкен. Проблеманы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы хәл итә алыуы бар. Әле унда ҡатнашырға теләүселәрҙән ғариза ҡабул итеү башланды. Педагогия университеты нигеҙендә уҡытыусыларҙы ҡайтанан әҙерләү ойошторолған. Уҡытыусылар дефицитын бөтөрөү сараһы булараҡ маҡсатҡа ярашлы әҙерлеккә етди өмөттәр бағлана. Радий Хәбиров был проектты бойомға ашырыуға быйыл уҡ тотонорға ҡушты.
Мәктәптәрҙә уҡытыусыларға дефицит бөтөрөлә
Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә уҡытыусыларға дефицит бөтөрөлә