Республика хөкүмәте ошо турала ҡарарҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Был хаҡта Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың инвалид-балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыуында билдәле булды. Сертификаттар быйыл сентябрь айында бирелә башлай тип көтөлә. Уның буйынса, медицина хеҙмәте күрһәткән бөтә учреждениеларҙа ла, шул иҫәптән шифаханаларҙа ла реабилитация үтергә мөмкин буласаҡ.
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балаларға реабилитация хеҙмәттәре өсөн сертификаттар тапшырыласаҡ
Тулыраҡ: Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балаларға реабилитация хеҙмәттәре өсөн сертификаттар тапшырыласаҡ