Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре. Әммә матурайтыу урынына, һаулыҡҡа зыян килтереүселәрҙең эшмәкәрлеген кем сикләр? Өфөлә йорт шарттарында керпекте оҙонайтырға һәм ҡаш буятырға барған ҡатын күҙһеҙ ҡала яҙған. Әммә белгес үҙенең ғәйебен танымай. Бындай осраҡтарҙа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм фатирҙарҙа урынлашҡан шикле салондарға йөрөү нимәһе менән ҡурҡыныс? Ҡашһыҙ ҡала яҙған көндө Гөлнара күҙ йәштәре аша иҫкә ала. Диңгеҙгә ял итергә барыр алдынан матурланып алам тип, өй шарттарында ҡабул иткән ҡыҙға ул ҡаштарын буятырға һәм керпектәрен оҙонайтырға бара. Тик процедураларҙан һуң, ҡатындың йөҙөнә киреһенсә, ҡарарлыҡ та түгел. Буяуҙарҙың составындағы аммиакка аллергия булғанын ҡатын алдан уҡ иҫкәрткән, был турала социаль селтәрҙәрҙәге үҙ-ара яҙышҡан хаттар ҙа иҫбатлай. Тик клиентын юғалтырға теләмәгәнлектәнме, әллә материалдарының сифатында шикләнмәгәнгәме, оҫта Гөлнараны был алымдың хәүефһеҙлегенә инандыра. Әммә белгескә барып ҡайтҡандан һуң, ханымдың бите ҡыҙарып, күҙҙәре шешенә башлаған. Йортҡа саҡыртылған тиҙ ярҙам табиптары “контакт дерматиты” тигән диагноз ҡуя. Хәҙер Гөлнара сумаҙанына кейемдәр менән бергә дарыуҙар ҙа тултыра. Юля исемле оҫтаға үҙенең йәмһеҙләнеп бөткән йөҙөн күрһәтергә килгән Гөлнараға, был юлы ишекте асманылар. Оҫтаның сертификаты барлығы хәҙерге ваҡытта бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй. Интернет селтәрендә был ҡағыҙ менән һатыу иткән иғландар байтаҡ. Өҫтәүенә, өй шарттарында санитар нормалалар үтәлмәй тиерлек. Ошондай белгестәрҙең оҫталығын үҙебеҙҙә һынап ҡарау теләге менән интернетта юллыҡҡан тәүге иғлан буйынса шылтыратып, маникюр яһау процедураһына яҙылдыҡ. Ҡабул итеү урыны – фатир бүлмәһенең бер мөйөшө. Өҫтәлдә инструменттар ята. Улар дезинфекция үткән тип, ышандарҙы оҫта. Эшенең үҙенсәлектәре менән ҡатын ихласлап яҡындан таныштырҙы. Баҡтиһәң, бер йыл ғына тәжрибәһе булған оҫта башҡа ҡыҙҙарҙы ла был эшкә өйрәтә икән. Уның һүҙҙәренсә, йорт оҫталарынан өйрәнеү арзаныраҡ, тик улар сертификат бирмәй, махсус мәктәптәрҙә ошо ҡағыҙ өсөн генә ҡиммәтерәк, ә уҡыу бер нимәһе менән дә айырылмай. Әммә ошондай өйрәнсектәрҙең хәүефһеҙлек һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәүе икеле. Шуға ла салонға ҡарағанда өй шарттарында теләһәң ниндәй процедураларға йөрөү һаулыҡ өсөн үтә лә ҡурҡыныс, ти белгестәр. Төрлө йоғошло ауырыуҙарҙы һәм хатта вич-инфекцияны эләктерергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа, бындай белгестәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтеү аҫтына алыусы дәүләт органы әлегә юҡ. Шуға ла өй шарттарында эшләгән оҫталарҙың ҡулынан зыян күреүселәргә, тәү сиратта, табиптарға күренеп, йәрәхәттәр барлығын теркәргә, аҙаҡ полицияға, йә тәфтиш комитетына мөрәжәғәт итеп, экспертиза эшләтергә мөмкин, ти юристар. Күҙһеҙ һәм ҡашһыҙ ҡалдыра яҙған оҫтаһын яуаплылыҡҡа тарттырырға теләп, Гөлнара Марчина ла тәфтиш комитетына ғариза яҙырға йыйына. Ғәйебе танылған осраҡта, был белгесте икенән-алты йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Бындай осраҡтарға юлыҡмаҫ өсөн табиптар матурлыҡ артынан ҡыуып, һаулыҡ тураһында онотмаҫҡа саҡыра. Йорт шарттарында эшләгән шикле оҫталарға йөрөүҙән тыйылғанда ғына, уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатып буласаҡ.
Матурлыҡ ҡорбан талап итә
Тулыраҡ: Матурлыҡ ҡорбан талап итә