Мөхәббәттән нәфрәткә – бер аҙым

Тулыраҡ: Мөхәббәттән нәфрәткә – бер аҙым

Ҙур мөхәббәт арҡаһында төрмәгә эләккән. Көнъяҡ Кореяла уҡыған Башҡортостан егетен 10 айға ҡулға алғандар. Алишер Ғәфуров суд залынан төрмәгә оҙатылған. Егеттең яҡындары был ҡарар менән килешмәй һәм уны нисек тә булһа тыуған яғына ҡайтарырға тырыша. Мәҙинә сит илдә ағаһының күңелһеҙ хәлдә ҡалыуын бик ауыр кисерә. Ул Алишерҙың тиҙерәк тыуған яғына ҡайтыуын көтә. Алишер Ғәфүров Көнъяҡ Кореяның Сеул ҡалаһында 6 йыл йәшәй, тәүге ике йылында инглиз һәм корея телдәрен өйрәнә һәм 4 йыл Көнъяҡ Кореяның абруйлы университеттарының береһендә халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетында уҡый. Буласаҡ дипломат 11 июлдә һуңғы имтиханын тапшырырға тейеш була, әммә имтихан урынына ул көндө уға смс хәбәр өсөн суд ҡарары сығарыла һәм егет 10 айға изоляторға ябыла. Дипломат нескәлектәренә төшөнгән егет Көньяҡ Кореяса мөхәбәт нескәлектәрен өйрәнеп өлгөрмәгән, күрәһең. Һөҙөмтәлә 10 айға иркенән мәхрүм ителә. Әммә Сеулдағы адвокат Алишерҙы иреккә сығарыу өсөн барыһын да эшләргә вәғәҙәләй. Егеттең һеңлеһе Мәликә лә һөнәре буйынса юрист. Алишер мөхәббәттең төрмәгә илтерен һис тә күҙ алдына килтермәгән. Һөйгән йәре менән 1 йыл элек ташлашҡас, Корея ҡыҙы үсләшеп егеткә һәм уның яҡындарына янауҙар менән смс хәбәрҙәр ебәрә. Баҡтиһәң, ул ошондай юл менән Алишерҙы иректән мәхрүм итерлек дәлилдәр эҙләгән. Алишерҙың элекке һөйгән йәре хәҙер мөхәббәт яңыртып Францияла йәшәй. Егеттең хәлен тағы ла ҡатмарлаштырмау өсөн әсәһе ҡыҙҙың фотоһын күрһәтергә лә ҡурҡа. Мөхәббәт арҡаһында тотҡонға эләккән егетте иреккә сығарыу эше бик ҡатмарлы бара. Адвокаттар ҙа һуҙыла бирә, Көньяҡ Кореяла сит ил ватандаштарына закондар ҡаты. Алишерҙы белгән бөтә яҡындары уны тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай. Ул уҡыуҙан тыш, университет тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан, уны Корея фильмдарында төшөргә лә саҡырғандар. Алишерҙың әсәһе баланы башҡа тарафтарға уҡырға ебәрер алдынан закондарҙы ентекле өйрәнергә саҡыра. Алишер иһә ҡулына диплом алғас, Мәскәүгә ҡайтырға теләй. Ул изоляторҙа һуңғы имтиханға әҙерләнә. Әле иһә Дилә Ғәфүрова улы янына Көнъяҡ Кореяға юлланды.