- Донъя кимәлендәге ғәҙәттән тыш хәл. Конго республикаһында Эбола ауырыуы тарала. Үлемесле биҙгәк менән көрәшеү өсөн Халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы өҫтәмә аҡса бүләсәге тураһында хәбәр итә. Бер йыл эсендә Конгола ике мең ярым кеше был сирҙе йоҡторған. Шуларҙың мең алты йөҙө һәләк булған.
- Бөйөк Британияла кеше ҙурлығындағы гигант медуза тапҡандар. Дайверҙар “Ҡырағай океан аҙналығы” исемле экологик акция сиктәрендә акваланг менән һыу төбөнә төшкәндә метр ярым оҙонлоҡтағы диңгеҙ тереклеген күреп ҡала. Асыҡланыуынса, был йән эйәһе иң ҙур “мискә медузаһы” төрөнә ҡарай. Уның ауырлығы 35 килограммға тиклем етеп, диаметры бер метрға тиклем етә ала. Кеше өсөн зыяны юҡ.
- Ер күләгәһендә. Европа, Африка, Австралия һәм Көньяҡ Америкала йәшәүселәр ай тотолғанын күҙәтә алды. Был мәлдә ер юлдашы 45 процентҡа ҡапланып, ҡуйы ҡыҙыл төҫкә мансылды. Әйтергә кәрәк, бындай күренеште кешеләр дүртенсе тапҡыр күҙәтә. Ә 26 декабрҙә ҡояштың ҡуласалы тотолоуында күрергә мөмкин, ти астрономдар.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙҙәре