Поляк пилоттары легендар АН-2 самолетында Псковтан Көньяҡ Сахалинға тиклем, йәғни бөтә Рәсәй аша остолар. Маршрутҡа ярашлы, сәйәхәтселәр илдең 20 бәләкәй авиация аэродомдарына ултыра. Үҙенсәлекле һауа экспедицияһының АН-2 самолеты Өфөнөң Первушино аэродромына ултырҙы. 12 кешенән торған төркөм сәйәхәтен 28 майҙа Польшаның баш ҡалаһынан башлаған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һауа сәйәхәте Польша авиацияһының 100 йыллығына, поляк пилоты Болеслав Орлинскийҙың ҡаһарманлығына һәм 1926 йылдағы тарихи ваҡиғаға арналған. Экспедиция ваҡытында самолет Рәсәйҙең 20 бәләкәй авиация аэродромында туҡталырға йыйына. Легендар АН-2 самолеты Советтар Союзында үткән быуаттың 40-сы йылдар аҙағында етештерелә башлай. Үҙенең 60 йыллыҡ тарихында төрлө экспедицияларҙа ҡатнаша. Пилоттар әйтеүенсә, был самолет осраҡлы һайланмаған. Маршрутҡа ярашлы, пилоттар Варшаванан Токиоға һәм кире Варшаваға осорға тейеш була. Тик һауа шарттары насар булыуы сәбәпле, Токио аэродромында ултыра алмайынса, Көньяҡ-Сахалинға осорға мәжбүр булалар. Кире юлға сәйәхәтселәр 6 июль сыға. Әле экспедиция бөтөүгә бер-нисә генә ҡала ҡалған. 28 майҙа башланған үҙенсәлекле экспедиция июль аҙағында тамамланырға тейеш. Пилоттар әйтеүенсә, киләсәктә улар легендар АН-2 самолетында Көньяҡ Америка һәм Африка илдәренә лә осорға уйлайҙар.
Варшава-Токио-Варшава
Тулыраҡ: Варшава-Токио-Варшава