59-сы йәшендә Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының элекке дикторы һәм хәбәрсеһе Камил Аксурин оҙайлы ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китте. 80-90-се йылдарҙа ул телевидениела яңылыҡтар хеҙмәтендә, Сәләм программаһында һәм Башҡортостан радиоһында эшләне. Камил Инжел улы яҡшы белгес һәм алсаҡ кеше булып коллегаларыбыҙ хәтерендә ҡалды. Беҙҙең телерадиокомпания Камил Аксуриндың яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерә. Мәрхүм менән кисә тыуған яғы – Федоровка районы Батыр ауылында хушлаштылар.
Камил Аксурин оҙайлы ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китте
Тулыраҡ: Камил Аксурин оҙайлы ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китте