Әле юл төҙөүселәр асфальттың беренсе ҡатламын ала, һуңынан иһә яңыһын һаласаҡ. Юлды киңәйтеү планлаштырыла, шулай уҡ, пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн яңы туҡталыштар ҡуйыласаҡ. Барлығы юл һалыусылар 4 километр ярымдан ашыу ҡатламды алыштырасаҡ. Өфө-Дим юлында яҙлы-көҙлө һәм ҡышын йыш ҡына авариялар теркәлә. Уларҙа бихисап кеше йәрәхәттәр ала, фажиғәле тамамланған осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, уҙған йыл юл-транспорт ваҡиғаларында бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 36-һы зыян күргән. Быйыл да күрһәткестәр яҡшыларҙан түгел.Белгестәр билдәләүенсә, эҫе көндәрҙә йөк машиналары йөрөп, юлды боҙоп бөтә. Күпселек авариялар барлыҡҡа килгән соҡорҙар арҡаһында килеп сыға.Һәм ниһәйәт мәсьәлә урынынан ҡуҙғалды. Өфө хакимиәте заказы буйынса, юл төҙөүсе ойошма эш башланы. Әле юл һалыусылар асфальттың иҫке ҡатламын ала, һуңынан ғына яңы япма йәйеләсәк. Барлығы ойошма 4 километр ярым юлды яңыртасаҡ.Юл төҙөкләндереү эштәре тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Төндәрен һәм насар һауа шарттары ваҡытында автоһәүәҫкәрҙәр аварияға эләкмәһен өсөн был трассала тиҙлек кәметелә. Яңы асфальт һалыу башланмаған, әленән тығындар барлыҡҡа килә. Бынан тыш, тиҙлекте көйләүсе билдәләр хәрәкәтте тотҡарлай. Шуға күрә, маршрутты алдан билдәләргә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш ителә. Өфө-Дим трассаһында юлды киңәйтеп, туҡталыш урындарын бер аҙ шылдырырға һәм яңыртырға планлаштырыла. Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә уңайлы булһын өсөн башҡа шарттар ҙа тыуҙырыласаҡ.Республика етәкселеге юлдар торошона даими иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Шос һәм Брикс илдәре саммиттары алдынан күпселек трассалар тәртипкә килтерелде. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов та ошо хаҡта йыш бәйән итә. Күреүегеҙсә, был эш дауам итә. Өфө-Дим юлын 2016 йылдың аҙағында тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Ошо арауыҡ эсендә водителдәргә бер аҙ тығындарҙа ултырырға тура киләсәк. Өфө хакимиәте ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә саҡыра.
Был аҙнала Өфө-Дим трассаһында төҙөкләндереү эштәре башланды
Тулыраҡ: Был аҙнала Өфө-Дим трассаһында төҙөкләндереү эштәре башланды