Ҡыҙҙың умыртҡа һөйәге ҡыйшайыу сәбәпле, эске ағзалары үҫешә алмай. Ун биш йәшлек Радалияға тиҙ-арала операция кәрәк. Ҡыҙҙың дүртенсе дәрәжә сколиоз. Гүзәл Ишкинина репортажы.Радалия яңы ғаиләлә ун ике йыл. Үҙ ата-әсәһен иҫләмәй ҡыҙ. Өс йәшендә үкһеҙ етем ҡалған баланы һәм уның ун йәшлек ағаһын Мөнир менән Дания Бәҙретдиновтар тәрбиәгә ала.Төндәрен йүнләп йоҡлай алмай йонсой ҡыҙ. Тәне ауыртыуға зарлана. Тиҙҙән уҡыу башлана, унда ла тейешенсә иғтибарҙы белем алыуға йүнәлтә алмайым, ти ул.Ҡыҙға яңыраҡ 15 йәш тулған. Шуға ҡарамаҫтан, Радалияның үҫеше тиҫтерҙәренән күпкә ҡалыша. Тамағы туйғансы туҡлана ла алмай, сөнки ашҡаҙан һөйәктәр менән ҡыҫыла. Операция яһатырға бик күп аҡса талап ителә. Сабый сағында арҡаһындағы бәләкәй генә тап, ваҡыт үтеү менән ҙурайып уның сколиоз икәнлеге асыҡлана. Йылына ике тапҡыр дауаханала дауаланыу, массаж да хәлде ваҡытлыса ғына еңеләйтә. Радалияның хыялы изге-киләсәктә балаларға белем биреү. Әлегә иһә операцияға талап ителгән аҡсаның йыйылғанын көтөргә генә ҡала.
Иглин районы Уранда ауылында йәшәүсе Радалия Әхмәтоваға яҡын-арала табип ярҙамы кәрәк
Тулыраҡ: Иглин районы Уранда ауылында йәшәүсе Радалия Әхмәтоваға яҡын-арала табип ярҙамы кәрәк