Башҡортостан етәксеһе ике мәктәп төҙөлөшөндә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә һәм сентябргә барлыҡ мәғариф объекттарында эштәрҙе теүәлләргә ҡушты. Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Быйыл Башҡортостанда 21 яңы мәктәп һәм күп функциялы белем биреү үҙәге файҙаланыуға тапшырыла. Шуларҙың күбеһе 1 сентябрь – белем көнөндә үҙ ишектәрен асыр, тип көтөлә. Был турала Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин белдерҙе. Әммә ике мәктәп төҙөлөшөндә проблемалар бар. Уларҙың береһе Баҡалы районы үҙәгендә урынлашҡан.Туймазы ҡалаһындағы 5-се мәктәптә реконструкция башланған. Әммә унда ла тотҡарлыҡтар бар. Мәктәптең 50-се йылдарҙа төҙөлгән өлөшөн реконструкциялау барышында ҙур етешһеҙлектәр асыҡланған. Шуға ла эш хаҡы ҡиммәтләнгән, хәҙер яңы проект әҙерләнә. Радий Хәбиров эш барышын етди контролдә тоторға ҡушты, бүтән мәғариф объекттарын да 1 сентябргә ентекле әҙерләү бурысын ҡуйҙы.Туймазылағы 5-се мәктәп уҡыусылары эштәр тамамланғансы Авиация университеты филиалының бушаған биналарында белем аласаҡ. Уҡыу процессына ҡамасаулыҡ булмаясаҡ, тип ышандырҙы муниципалитет етәкселеге.Яңы фельдшер-акушер пункттарын һәм поликлиникалар төҙөү һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә этәргес буласаҡ. Быйыл 19 капиталь биналы фельдшер-акушер пункты төҙөлә һәм 19 модулле ФАП урынлаштырыла. Шулай уҡ йыл аҙағына Дүртөйлөлә һәм Туймазы ҡалаһында балалар поликлиникалары асыла. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын арттырыуҙа ла ыңғай күрһәткестәр бар. Мәҫәлән, пациенттарҙың 80 проценты бөгөн мөрәжәғәт иткәндән алып тәүге 36 сәғәт эсендә табипҡа эләгә ала. Республиканың төнъяғына эш сәфәре барышында Радий Хәбировҡа халыҡ күпләп айырым йүнәлеш буйынса белгестәргә эләгә алмауына зарланған.Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Максим Забелин был төбәктәргә күсмә бригадалар ебәреләсәк, тип вәғәҙәләне.Башҡортостанда хәҙер диспансер тикшереүе өсөн берҙәм көн дә билдәләнде. Һәр шаршамбы иртәнге 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем һәм шәмбе көнө көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем теркәлгән поликлиникаға барып һаулыҡты тикшертеү мөмкинлеге бар.
Башҡортостан технопарктар һаны буйынса илдә тәүгеләр исемлегендә. Сәнәғәт, етештереү предприятиеларын индустриаль парктарға берләштереү бихисап мәсьәләләрҙе хәл итә. Федераль бюджеттан технопарктарҙы үҫтереүгә киләһе йыл тағы ла 700 миллион һум аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге бар. Төрлө коммуникация, инфраструктура сығымдары дәүләт иҫәбенә башҡарыла, шуға ла бизнесҡа үҫешеү өсөн мөмкинлектәр киңәйә.