Рәсәй ҡалаларында акцизы булмаған контрафакт тәмәке һатыуҙы дауам итәләр. Был күренеш менән дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары әүҙем көрәш алып бара. Ҡануниәтте боҙоу осраҡтары башлыса бәләкәй сауҙа үҙәктәрендә осрай. Шундайҙарҙың береһен асыҡлауҙа һәм тыйылған тауарҙы конфискациялауҙа йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты. Был егет тәмәкене тартыу түгел, ә тикшереү, алдаҡсыларҙы фаш итеү өсөн һатып ала. Уның артынса АнтиДилер Бөтә Рәсәй хәрәкәте ағзалары һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре рөхсәтһеҙ тәмәке һатылған урынға юллана. Ҙур булмаған сауҙа үҙәгендә урынлашҡан кибет һатыусыһы бындай ҡунаҡтарҙы көтмәгәнлектән дә, үҙенең акцизһыҙ тауар һатыуын белмәгәнлектән дә ҡаушап ҡалды. Арзан булыуына алданып бихисап ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, хатта үҫмерҙәр ҙә ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа һәм нимәнән етештерелеүе билдәһеҙ тәмәкене һатып ала. АнтиДилер ойошмаһы егеттәренең наркотик матдәләр, спиртлы эсемлектәр, контрафакт тәмәке һатып, халыҡты ағыулаусылар менән һүҙе ҡыҫҡа - ҡағиҙәне инҡар итеүселәр законға ярашлы язаһын алырға тейеш. Протоколда бер нисә ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлде.Тәмәкене бөртөкләп һатыу ҙа тыйылған, ә был кибеттә ул хатта йәшермәйенсә башҡарыла. Һатыусы бөтә ғәйепте үҙенә алды. Эш биреүсем минең тәмәке һатыуымды белмәй, ә тауарҙы таныш түгел бер ирҙән алам, тип белдерҙе ул. Видеокүҙәтеү барлығы, шәхси эшҡыуарҙың был хәл менән таныш булыуын иҫбатлай. Тик уны ғәйепле тип таныһалар, штраф күләме күпкә ҙурыраҡ буласаҡ. Һатыусы, эш биреүсеһен яҡлаған ваҡытта, үҙенә ҡарата енәйәт эшенең асыласағы тураһында уйлап та бирмәй. АнтиДилер хәрәкәте егеттәренә Өфө буйынса 40-лап ошондай нөктәләр барлығы мәғлүм. Ысынында был һан күпкә артыҡ, ти улар. Бер генә нөктәнән меңәрләгән контрафакт тәмәке тартып алынды. Киләсәктә уларҙың бөтөнләй булмауы өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, ти егеттәр һәм теләге булғандарҙы үҙ хәрәкәтенә ҡушылырға саҡыра. Ил бюджетына, халыҡ һаулығына зыян килтергән кәсеп менән байырға теләүселәргә ҡарата көрәш тә, яза ла етди булырға тейеш.
Башҡортостанға контрафакт тәмәке ҡайҙан килтерелә?
Тулыраҡ: Башҡортостанға контрафакт тәмәке ҡайҙан килтерелә?