Буласаҡ уҡытыусыларҙы маҡсатҡа ярашлы әҙерләү өсөн республика бюджетынан 200 миллион һум аҡса бүленә. Урта белем биреү йорттарында 25-тән дә йәшерәк уҡытыусыларҙың һаны 3 процент ҡына. Уҡытыусыларҙың күбеһе 40 йәштән өлкән. Мәсьәлә айырыуса ауыл мәктәптәрендә киҫкен. Проблеманы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы хәл итә ала. Әле унда ҡатнашырға теләүселәрҙән ғариза ҡабул итеү башланды. Педагогия университеты нигеҙендә уҡытыусыларҙы ҡайтанан әҙерләү ойошторолған. Уҡытыусыларға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә маҡсатҡа ярашлы әҙерлеккә етди өмөттәр бағлана.
Ауыл уҡытыусыһы
Тулыраҡ: Ауыл уҡытыусыһы