“Һәр кемгә йорт”

Тулыраҡ: “Һәр кемгә йорт”

Ғорур атама йөрөткән был төҙөлөш ойошмаһына халыҡ миллион һум ашыу аҡса биреп алданып ҡала. Килешеү төҙөр алдынан ойошма хеҙмәткәрҙәре бер нисә ай эсендә панелдән эшләнгән өй әҙер буласаҡ, тип ышандыра. Ағас йортта йәшәргә теләүселәр хатта үҙ фатирҙарын һатып, аҡсаһыҙ һәм бер ниндәй мөлкәтһеҙ тороп ҡала. Ойошманың генераль директоры үҙ ғәйебен танымай. Тирә-яҡты ағастар уратып алған ерҙә Резеда Яббарова күптән өй һалыу хыялы менән янып йәшәй. Бының өсөн ул төҙөлөш компанияһына миллиондан ашыу аҡса бирә. Ҡатынды ике ҡатлы йортта ошо йылда уҡ йәшәй башларға мөмкин, тип ышандыралар. “Һәр кемгә йорт”. Төҙөлөш компанияһы тап ошолай атала. Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдә теләге булған һәр кемгә бер нисә ай эсендә сифатлы, ә иң мөһиме осһоҙ йорт төҙөйбөҙ, тип ышандыралар. Әммә ойошма клиенттары инде нисәмә йыл яңы өйгә күсә алмай.Андрей Щитлов та шул уҡ ҡармаҡҡа эләгә. Панелдән эшләнгән өй төҙөтөр өсөн ул да берҙән-бер фатирын һата. Уға өс ай эсендә йорт тулыһынса әҙер буласаҡ, тип вәғәҙә итәләр. Әммә төҙөлөш эше ни сәбәптәндер туҡтай. Ир буш өйгә күсеп, ҡалған ремонтты үҙе яһарға мәжбүр була.Әҙер йорт фотоһүрәттәрен күргәс, беҙ ойошма хеҙмәткәрҙәренә тиҙ ышандыҡ, тип үкенә зыян күреүселәр. Төҙөләсәк йорт урыны ла халыҡҡа оҡшай. Шуға ла кеҫәләге аҡсасаларын бер ниндәй насар уйһыҙ сығарып бирә.Компания тарафынан ошо ер биләмәһендә ике йорт төҙөлгән булған. Әммә уларҙы 2017-се йылда ни сәбәптәндер һүтеп ташлайҙар. Әлегә был урын буш тора. “Һәр кемгә йорт” ойошмаһында бындай проблемалар 2016–сы йылда уҡ башланды, ти зыян күреүселәр. Бөтәһе 19 кеше компания менән килешеү төҙөп, алданып ҡала.Ойошма директоры менән бәйләнешкә сығып булмай, уларҙың офистары ла һәр ваҡыт үҙгәреп тора, тип зарлана халыҡ. Һуңғы тапҡыр улар Сипайлово биҫтәһендә эшләгән, ә һуңынан бөтөнләй ябылған. “Һәр кемгә йорт” ойошмаһының генераль директоры Станислав Ҡолтаевҡа енәйәт эше асылған. Станислав Ҡолтаев ғәйеп миндә түгел, ә минең хеҙмәткәрҙәрҙә, ти. Әле төҙөлөш ойошмаһы 15 миллион һумдан ашыу бурысҡа батҡан. Алданып ҡалыусыларға аҡсаларын кире ҡайтарыу өсөн күп тир түгергә тура киләсәк. Әгәр ҙә директорҙың ғәйебе иҫбатланһа, уға 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк.