Республиканың француз компаниялары менән эшлекле бәйләнеш тәжрибәһе лә ярайһы уҡ ҙур. Ошо хаҡта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров был дәүләттең Рәсәйҙәге Тулы Хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсеһе Сильви Берманн менән осрашыуҙа белдерҙе.Радий Хәбиров билдәләүенсә, Савенсия компаниялар төркөмөнөң беҙҙең төбәктә эш башлауы айырым иғтибарға лайыҡ. Республика етәксеһе Башҡортостандың Францияла үҙ вәкиллеген асырға теләүен белдереп, республиканың был илдә “туғандаш ҡалаһы” булыуы яҡтар өсөн отошло проект булыр ине, тине. Эшлекле осрашыуҙарҙың тәүге һөҙөмтәһе – Башҡортостан менән “СУЭЗ Интернешнл” компанияһы араһында төҙөлгән килешеү. Францияның Рәсәйҙәге Тулы Хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсеһе Сильви Берманн да Башҡортостанға сәфәре барышында төрлө өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеү мөмкинлеген өйрәнәсәк. Париж дипломаты Башҡортостанды Рәсәй һәм Францияның төбәктәр хеҙмәтәтшлеге йылында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Ә бөгөн иһә Бәләбәйҙәге һөт комбинатында яңы цехҡа нигеҙ һалына. Йомшаҡ сырҙар эшләүсе сәнәғәт обьектын төҙөү француз инвесторҙары иҫәбенә башҡарыла.
Франция Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур ышаныс белдерә
Тулыраҡ: Франция Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур ышаныс белдерә