Йәйен дә, ҡышын да кәрәкле техника. “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы заманса, универсаль техника тәҡдим итә. Баҡса һөрөү, бесән сабыу, йөк ташыу, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу. Ғөмүмән ауылдағы бар эш өсөн бер техника. Ауылда техниканың төрлөһө кәрәк. Ҡул-алмашҡа башҡарғанда ла техника булһа күпкә тиҙерәк һәм уңайлыраҡ. Рәсәй, Белорусия, Польша, Италия һәм башҡа илдәрҙә етештерелгән техника бөгөн баҙарҙа иң яҡшыларының береһе тип һынала. “АгроСпецПрогресс Өфө” предприятияһы Башҡортостанда 3 йылдан ашыу эшләй. Ошо ваҡыт эсендә улар тәҡдим иткән ауыл хужалығы һәм махсуслаштырылған техника ҡулланыусы ышанысын яуланы һәм иң яҡшылар рәтенә инде. Бәләкәй крәҫтиән-фермер хужалығы булһынмы, шәхси йорт эштәре өсөн дә ул алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Ер һөрөү, картуф сәсеү, бесән сабыу, ҡар таҙартыу кеүек эштәрҙә үҙегеҙгә ярҙамсы эҙләйһегеҙ икән, тимәк был трактор тап һеҙҙең өсөн. Ҡулланыуҙа уңайлы һәм иң мөһиме ошондай әрһеҙ йәтеш техника менән идара итеү бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. “АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы вәкилдәре әйтеүенсә, Башҡортостандан тыш заманса, универсаль техника илдең башҡа төбәктәрендә лә ҙур ихтияж менән ҡулланыла. Шулай уҡ күрше илдәр ҙә ҡыҙыҡһыныуын белдерә. Ғөмүмән, предприятиела алып барылған сәйәсәт бында һатылған техниканың юғары сифатлы булыуына һәм уны туҡтауһыҙ камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Был ҡулланыусылар араһында ихтыяждың юғарылығын һәм предприятиелағы тотороҡлолоҡтоң нигеҙен билдәләй. Ҡеүәтле машиналарҙан тыш “АгроСпецПрогресс Өфө” предприятияһы бесән әҙерләү, сүмесле тейәгестәр, иген урыу һәм башҡа эштәргә тәғәйенләнгән махсус техника тәҡдим итә. Был бар техниканы Өфөнөң Пугачев урамындағы 250 кәсер 2 адресы буйынса таба алаһығыҙ.
Тракторҙы кем отор?
Тулыраҡ: Тракторҙы кем отор?