Рәсәй мәғариф министрлығы «Мәғариф» милли проектында ҡаралған сараларын тормошҡа ашырыу буйынса 2020-2022 йылдарға гранттар биреүгә асыҡ конкурс үткәргәйне. Унда республиканан бирелгән барлыҡ һигеҙ ғариза ла еңеп сыҡты. Өс йыл эсендә республикала цифралы һәм гуманитар профилле 133 «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәге, балаларға цифралы белем биреү өсөн 9 «IT-куб» үҙәге, алдан белем биреү һөнәри әҙерлек үҙәге, өс мобиль «Кванториум» технопаркы, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ арттырыу өсөн өс үҙәк һәм уларҙың һөнәри оҫталығын баһалау-квалификациялау үҙәге төҙөләсәк. Федераль проект нигеҙендә эшен яраҡлашыу программалары буйынса башҡарған ун дөйөм белем биреү учреждениеһында матди-техник базаны яңыртыу, 690 мәктәп-колледжда цифралы мәғариф мөхите индереү ҡаралған.
Башҡортостан «Мәғариф» милли проекты буйынса федераль субсидия аласаҡ
Тулыраҡ: Башҡортостан «Мәғариф» милли проекты буйынса федераль субсидия аласаҡ