Башҡортостанда йомшаҡ сырҙар етештереләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанда йомшаҡ сырҙар етештереләсәк

Бәләбәйҙә урындағы һөт комбинатында буласаҡ заводтың нигеҙ ташын һалыу тантанаһы үтте. Унда республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Эш сәфәре барышында Радий Фәрит улы Дәүләкән ҡалаһы һәм районының социаль-иҡтисади хәле менән яҡындан танышты. Бәләбәй ҡалаһы тәү сиратта үҙенең тәмле сырҙары менән дан тота. Һөт комбинаты йылына 15 мең тоннанан ашыу 23 төрлө ҡаты сыр сығара. Оҙаҡламай бында етештереү күләме тағы ла 9 мең тоннаға артасаҡ. Һөт эшкәртеү һәм деликатес сырҙар эшләүсе донъялағы иң алдынғы француз компанияһы Бәләбәй һөт комбинаты нигеҙендә йомшаҡ сырҙар етештереүсе завод төҙөргә планлаштыра.

Продукцияны етештерәсәк заводтың нигеҙенә республика етәксеһе Радий Хәбиров, Францияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе һәм компания етәкселәре "тәүге таш" һалыу тантанаһында ҡатнашты. Завод 2020 йылдың октябрендә сафҡа инер тип көтөлә. Һөҙөмтәлә, ҡалала 200-ҙән ашыу яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Бәләбәйҙән һуң, республика етәксеһе Дәүләкәнгә юл алды. Ул ҡаланың Баҡса урамындағы яңы скверҙың төҙөлөшө менән танышты. Элек был ташландыҡ урында ямғыр һыуҙары йыйылған ҙур соҡор булған. Хәҙер тротуар һалынған, эскәмйәләр, ут бағаналары урынлаштырылған.

Киләсәктә Советтар Союзы геройы, ошо сквер эргәһендә урынлашҡан икенсе урта мәктәбенең элекке директоры Владимир Ферапонтовтың бюсын ҡуйыу планлаштырыла. "Заманса ҡала мөхитен булдырыу" программаһы сиктәрендә был биләмәне тәртипкә килтереү өсөн йәмғеһе 6 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.Ә киләһе объекттағы төҙөкләндереү эштәре республика етәксеһен ҡәнәғәтләндермәне. "Башҡорт ихаталары" программаһына ярашлы, был йорттоң ишек алында балалар майҙансығы, парковкалар эшләнеп, эскәмйәләр ҡуйылырға тейеш булған. Һөҙөмтәлә, бында тик асфальт ҡына һалынған.

Өҫтәүенә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәрәкәт итеү өсөн уңайлыҡтар булдырылмаған. Радий Хәбиров был мәсьәләне күҙәтеү аҫтына алды һәм октябрь айында хаталар өҫтөндәге эште килеп ҡарарға вәғәҙәләне. Аратабан төбәк етәксеһе республикалағы алдынғы сәнәғәт предприятиеларының береһе Дәүләкән нефть машиналары төҙөү заводына юлланды. Бында Рәсәй өсөн генә түгел, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре, Әзербайжан, Ҡаҙағстан кеүек сиктәш дәүләттәр өсөн дә нефть һәм газ сәнәғәте ҡорамалдары етештерелә. Предприятие үҙ аҡсаһына 130 миллион һумлыҡ яңы цех төҙөп сафҡа индергән. Шул арҡылы заводта тағы ла өҫтәмә 60 эш урыны барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, Башҡортостанда машиналар етештереү сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән бихисап программалар эшләп килә, ә бына еңел сәнәғәт өсөн бик аҙ.

Килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика хөкүмәтендә әле һөйләшеүҙәр алып барыла. Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы ла был ярҙамдан ситтә ҡалмаясаҡ. Был турала Радий Фәрит улы предприятие эше менән яҡындан танышҡанда әйтеп үтте. Әле фабрикала 200-гә яҡын кеше эшләй. Дәүләкән аяҡ кейемдәрен Калининградтан алып Влаливостокка тиклем һатып алалар. Республика өсөн ошондай тотороҡло эшләгән предприятиеларҙың булыуы бик мөһим. Шуға ла беҙ уларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өҫтөндә бергәләп эшләргә тейеш, тине төбәк етәксеһе. Был үҙ сиратында, эш хаҡын арттырыуға һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.