Башҡортостанда 2020 йылда республикала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса саралар планы раҫланды. Ошо туралағы күрһәтмәгә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.Документҡа ярашлы, һуғыш инвалидтарының һәм унда ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ уларға тиңләштерелгән кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, иҫәтелекле-мемориаль, мәҙәни саралар һәм күмәк спорт саралары, төбәк-ара һәм республика ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреләсәк, китап һәм башҡа баҫма продукциялар сығарыу, мәғариф-патриотик проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу ҡарала.
Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек башланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек башланды