Һигеҙенсе сентябрҙә республика халҡы Башҡортостан башлығын һайлап, урындағы советтарға үҙ вәкилдәрен билдәләй. Республикала әле 3 миллион 49 мең кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә. Электорат һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй субьекттарында тәүге урындарҙа килә. Быйылғы “Берҙәм тауыш биреү көнөнөң” үҙгәрештәре бар. Һайлау участкалары иртәнге етенән киске туғыҙға тиклем эшләйәсәк.
Тағы ла бер яңылыҡ, территориаль һайлау комиссияларының барыһына ла видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко әйтеүенсә, бөгөндәң был кампанияның сираттағы мөһим өлөшө старт ала. Уларҙың береһе – “Мобиль һайлаусы” технологияһы. Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһына бөгөн 8 кандидат дәғүә итә. Ә муниципаль кимәлдәге һайлауҙар һөҙөмтәһендә урындағы советтарға 7 меңдән ашыу депутат билдәләнәсәк.
Ҡыҙғанысҡа күрә, сәйәси фирҡәләр ауыл һәм район кимәлендәге һайлауҙарҙа ҡатнашырға ашыҡмай. Шулай итеп, һигеҙенсе сентябрҙә республика халҡы Башҡортостан башлығы, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға ике округ буйынса вәкилдәр һәм урындағы советтарға депутаттар өсөн тауыш бирәсәк.