Ул Ишембай районының төпкөлдә ятҡан Кәбәс ауылында урынлашҡан. Умарталыҡтың тап төпкөлдә булыуы башҡорт ҡортоноң таҙа тоҡомон һаҡлап ҡалырға һәм үрсетергә мөмкинлек бирергә тейеш. Әле биләмәлә 500-ҙән артыҡ умарта ҡуйылған. Артабан ошо нигеҙҙә башҡорт балын етештереү өсөн иң ҙур умарталыҡ булдырыу күҙаллана. Егәрле ҡорттарҙың эше етерлек. Берәүҙәр кәрәҙ күҙәнәктәрен таҙартып бала ҡорт сығарыуға әҙерләһә, икенселәре нектар ҡабул итә. Ҡорт ғаиләһендә һәр ағзаның үҙ бурысы. Ә бәтә эште умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ғалимдары күҙәтә.Ғалимдарға урындағы халыҡ булыша.
Әлбиттә, уларҙыҙың күбеһе күп йыллыҡ тәжрибәһе булған умартасылар. Уртаҡ көс менән Кәбәс ауылында 500 умарта ҡуйғандар. Урынды төпкөлдән һайлау осраҡлы түгел. Тирә яҡта йүкә урмандары, тимәк баллы сәскәләр уратҡан. Ул ғына ла түгел, 20 километр әйләнәһендә тик башҡорт ҡорттары ғына тоталар, был тоҡомдоң таҙа булыуына булышлыҡ итә. Башҡорт ҡорттары ҡышҡы һыуыҡтарғаһәм бик күп ауырыуҙарға бирешеп бармауы менән үҙенсәлекле. Әлеге мәлдә умартасыларҙың төп бурысы башҡорт тоҡомло аталандырылған 500 инә ҡорт алыу. Артабан уларҙы махсус лабараторияға урынлаштырып генетик тикшереү үткәреү.
Киләсәктә ғалимдар ошондай уҡ умарталыҡтарҙы эргәләге ауылдарға ла урынлаштырырға ниәтләй. Шулай уҡ солоҡ ҡорттарын үрсетеү өсөн түмәр умарталар ҙа ҡуйыу ҡаралған. Проект етәкселеге әйтеүенсә, был яңы эш урындары ғына түгел, республикала умартасылыҡты ҙур сәнәғәт кимәленә сығарыуға табан эшләнгән ҡыйыу аҙым.