Зоопаркта хайуандарҙың йәшәү шарттары аптырашта ҡалдыра

Тулыраҡ: Зоопаркта хайуандарҙың йәшәү шарттары аптырашта ҡалдыра

Өфөләге күсмә зоопаркта тәрбиәләнеүсе хайуандарҙың йәшәү шарттары күп кешеләрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Волонтерҙар ситлектәрҙең тар булыуын билдәләй. Зоопарк хужаһы иһә был проблеманы яҡшы белә. Әммә ер мәсьәләһе һаман хәл ителмәү сәбәпле, бер нимә лә эшләй алмай. Был видеояҙма интернет селтәрҙәрендә таралып, халыҡ араһында бәхәс тыуҙырҙы. Берәүҙәр ситлектә бикле торған хайуандарҙы йәлләһә, икенселәре иһә зоопарк хужаһына ярҙам итергә тәҡдим итә.Ғауға күтәргән видеояҙманан һуң күсмә зоопаркта ыҙа сиккән хайуандарҙың ниндәй шарттарҙа йәшәүен Олеся Ғәрәева барып ҡарай.

Әлбиттә, хайуандарҙың бәләкәй ситлектә тороуы һәр береһенең күңелен ҡыра. Бындай проблема менән зоопарк хужаһы Армен Хачатурян да яҡшы таныш. Тикшереүселәрҙең даими килеүенә лә ул күптән күнегеп бөткән, күрәһең.Хайуандар мотлаҡ ҙур ситлектәрҙә йәшәргә тейеш, әммә уларҙы урынлаштырыу өсөн бында урын кәрәк, ти хужа. Шулай ҙа әүәлгесә тоҡом биреүсе айыу, арыҫлан, ҡаплан, бүре һәм башҡа хайуандар һәр ваҡыт ҡараулы. Уларҙы хужа ваҡытында ашата, торған урынын таҙарта. Өфөлә урынлашҡан был зоопарк тәүҙә Новосибирск зоопаркының филиалы булып килә. Һуңғы ун биш йылда ул үҙаллы эшләй.

Туҡланыу рационы һәм хайуандарҙың йәшәү мөхитен һайлап дүрт йыл элек улар Өфөгә күсә. Тик йылдар дауамына һуҙылған бер генә проблема һаман хәл ителмәй, ти хужа.Зоопарк хужаһы урындың тығыҙ булыуы арҡаһында ҡош һәм йәнлектәргә уңайһыҙ икәне менән тулыһынса килешә. Ер күләмен ҙурайтыу – әле төп мәсьәлә. Әле бында ни бары 0,8 гектар ер.Баш ҡалаға ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә балалары менән зоопарктарға ашыға. Әммә күптәр урындың тығыҙ булыуына аптырай.Волонтер һәм йәмәғәтселәр хайуандарға ярҙам итергә теләк белдерҙе. Был мәсьәләнең мөмкин тиклем тиҙ арала хәл ителеренә ышана.

Хайуандар өсөн уңайлы шарттар булдырыу-төп маҡсат, әммә ҡуртымға алынған ер биләмәһенең ваҡыты декабрь айында бөтә. Килешеүҙе оҙайтып булырмы-быныһы әлегә билдәһеҙ.Зоопарк хужаһы хайуандарҙың күпләп үрсеүен билдәләй. Әммә ер биләмәһенә ҡағылышлы һорау әлегә асыҡ ҡала.