Австрияла Башҡортостандын рәсми презентацияһы үткәреләсәк

Тулыраҡ: Австрияла Башҡортостандын рәсми презентацияһы үткәреләсәк

Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Австрияла Башҡортостандың экспорт һәм инвестиция мөмкинлеге күрһәтеләсәк. Июндә Венала Австрия Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғайны. Унда Башҡортостан вәкиллеге эшләй башланы. Ул Венаның эшлекле үҙәгендә урынлашҡан. Вәкиллек ике республиканың иҡтисад, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә бәйләнештәрен нығытырға, Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы сауҙаға сығарырға ярҙам итәсәк, конгресс-күргәҙмә һәм мәҙәниәт сараларын ойошторасаҡ.