Тракторҙы кем отор?

Тулыраҡ: Тракторҙы кем отор?

Күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта. Башҡортостан24 каналы республика ауылдарын “Алтын бишек” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Бәйгенең тәүге этабына старт бирелде. Хәбәрҙәр Башҡортостан программаһын алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Флүрә Мурзина республиканың иң матур ауылы бәйгеһенең 2016 йылда үткән акцияһын һөйөнөп хәтерләй. Ул саҡта телевизор ҡараусылар һоҡланырлыҡ әүҙемлек күрһәтеп, ярыш рухы менән еңеү сәмен киләһе бәйгегә күсерергә килешкәйнеләр, ти Флүрә Ишбулат ҡыҙы. Конкурстың баһалау комиссияһы еңеүселәрҙе өс номинация буйынса билдәләргә йыйына.

Ярышта иң күркәм ауыл, иң матур татыу ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта асыҡланасаҡ. Һәммәһен дә Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының партнерҙары тәҡдим иткән ҡиммәтле бүләктәр көтә. Боронғо йолаларҙы һаҡлау, туған телде үҫтереү, төбәктең үҙенсәлекле мәҙәниәтен танытыу, ғаилә ҡанундарын нығытыу, быуындар күсәгилешлеген дауам итеү, ижади башланғыстарға булышлыҡ итеү кеүек маҡсаттарҙан тыш “Алтын бишек” акцияһының маҡсаты - ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыу.

Төп приз – трактор – хужалыҡта алыштырғыһыҙ ярҙамсы. “Агроспецпрогресс” йәмғиәте уны бәйгелә бар яҡлап та өлгөлө тип танылған ауылға тапшырырға әҙерләй. “Алтын бишек”те йәнә тирбәтеү бурысын был юлы Башҡортостан24 каналы үҙ иңенә алды. Беҙҙең программаларҙы тәүлек әйләнәһенә тапшырған был телеканал хәҙер ауыл халҡын тиҙ арала яулай.

Алтын бишек акцияһының тәүге, һайлап алыу этабы 26 июлгә тиклем бара. Ҡатнашырға теләүселәр ғариза менән беҙҙең интернеттағы рәсми сайтҡа мөрәжәғәт итһен. Фото, видео яҙмалар, ауыл тураһындағы үҙенсәлекле мәғлүмәт, хатта ғаризаны дөрөҫ яҙыуға ижади баһа биреләсәк. Ярыш туры иһә август-сентябрь айҙарында үтә. Йомғаҡлау тантанаһы Республика көнө алдынан.