Өфөлә банк кассаһын бушатҡан сираттағы кассир суд алдына баҫты. Лилиә Аҙнабаеваға ҡарата тәүге суд ултырышы үтте. Башҡала банктарының береһенең өлкән кассиры 6 млн ярым һум аҡса урлауҙа ғәйепле тип танылды. Лилиә Аҙнабаева суд залына һыу уртлағандай бер тынһыҙ инеп ултырҙы. Өлкән кассир эштә лә тыныс, баҫалҡы булыуы менән айырыла. Уның енәйәт ҡылырына бер кем дә ышанмай. Тәфтишселәр өлкән кассирҙы изоляторға ебәрергә һораны һәм суд был ҡарарҙы хупланы, сөнки Лилиә Аҙнабаева тикшереү эштәренә ҡамасаулыҡ килтереүе ихтимал, тип билдәләнде. Банк хеҙмәткәренә ҡарата “ҙур кимәлдә аҡса үҙләштереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды һәм суд уны 2 айға изоляторға ябырға ҡарар итте. 6 млн ярым һум аҡса Лилиә Аҙнабаеваға ни өсөн кәрәккән һәм әле ул ҡайҙа? Был һорауға әлегә яуап юҡ. Енәйәтсенең ғәйебе иҫбатланһа, уны 10 йылға тиклем төрмәгә ултыртасаҡтар. Лилиә Аҙнабаева күп йылдар банк өлкәһендә эшләй.2013 йылдан иһә тап ошо банкта өлкән кассир вазифаһын башҡара. Ә бына хеҙмәттәштәре уны тик яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай. “Открытие” банкының Өфөләге бүлегендә аҡса юғалғаны ревизия ваҡытында асыҡланған. Әлеге мәлдә банкта эске тикшереү эштәре алып барыла. Лилиә Аҙнабаева 1 йыл элек Сипайлово биҫтәһендә ҡуртымға 1 бүлмәле фатир һатып алған. Күрше-тирәһе лә уның хаҡта тыныс холоҡло, ярҙамсыл, ти. Аралашып йөрөгән күршеһе был хәлгә бөтөнләй ышанғыһы килмәй һәм уның шул тиклем аҡсаһы булһа, бындай фатирҙа тормаҫ ине тигән фекерҙә. Лилиә Аҙнабаева бер туған ҡустыһы менән йәшәй. Әммә унан да һорауҙарға яуап алып булманы. Лилиә Аҙнабаеваның был ҡылығы Салауат ҡалаһындағы банк бүлексәһенән 25 млн урлаған Луиза Хәйруллина ваҡиғаһына оҡшаш. Әммә Өфөләге енәйәт тиҙ асыҡланды. Башҡорстанда бер ай эсендә өс кассир ҡулға алынған. Шулай уҡ Приютово ҡасабаһындағы банк бүлексәһендә эшләгән 41 йәшлек менеджер ялған документтар яһап, клиенттарҙың иҫәбенән 1 млн ярым аҡса алған. Оҡшаш ваҡиғалар бөтә Рәсәйҙе ялмап алды. Мәскәүҙә, мәҫәлән, полиция 41 млн һум урлап ҡасҡан валюталар алмаштырыу үҙәге хеҙмәткәрен эҙләй. Башҡортостан “банкирҙарына” иһә яҡын арала хөкөм ҡарары иғлан ителәсәк.
Луиза Хәйруллина эҙенән...
Тулыраҡ: Луиза Хәйруллина эҙенән...