Кисә баш ҡаланы ҡуйы томан ҡаплап алды. Белгестәр фаразлауынса, бының сәбәбе Красноярск крайындағы урман янғындары. Уттан сыҡҡан төтөн Урал һәм Волга буйына тиклем барып етеүе ихтимал. Синоптиктар баш ҡалалағы һауаны тикшерҙе һәм унда кеше һаулығы өсөн зарарлы матдәләр табылмауы тураһында хәбәр итте. Республика өҫтөндәге томан аҙна аҙағына таралысаҡ, тип вәғәҙәләне белгестәр.
Өфө төтөн тотҡононда
Тулыраҡ: Өфө төтөн тотҡононда