Башҡортостандың төп сәнәғәт үҙәктәренең береһе – Октябрьскийҙа яңы проекттар бойомға ашырыла. Уларҙың барыһы ла ҡаланың индустриаль селтәре программаһына ярашлы үтәләсәк. Ошо турала Республика Йортонда уҙған “Сәнәғәт сәғәте” ултырышында әйтелде. Башҡортостандың көнбайышындағы ҡала республика ғына түгел, ә Ырымбур, Татарстан һәм Һамар өлкәһе өсөн стратегик пункттарҙың береһе. Октябрьскийҙағы 20 предприятие быйыл ғына 33 миллиард һумлыҡ тауар етештергән. Сәнәғәт обьекттарында эшләгән 25 меңдән ашыу хеҙмәткәргә эш хаҡы ваҡытында түләнә. Әле муниципаль округта индустриаль парк төҙөү юлдары барлана. Сәнәғәттең яңы тармағы урынлашасаҡ биләмә өсөн 40 гектар майҙан бирелә. “Сәнәғәт сәғәте” сиктәрендә ҡаралған проекттар Башҡортостан етәкселеге яғынан да хуплау тапты. Тәҡдим ителгән программаларҙың береһе – “Альтернатива” ширҡәте әҙерләгән документ. Октябрьскийҙа шулай уҡ социаль обьекттар төҙөүгә иғтибар арта. Ҡалала көкөрт водороды ярҙамында дауалау үҙәген сафҡа тапшырыу ҡарала.
Сәнәғәт сәғәте
Тулыраҡ: Сәнәғәт сәғәте