Прокуратура Өфөнөң Кузнецов затонында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлөшөн суд аша талап итәсәк. Бында меңәрләгән ғаилә балалары менән йәшәй, әммә, бер генә лә мәғариф учреждениеһы юҡ. Быға тиклем беҙҙең хәбәрселәр мәсьәлә тураһында бәйән иткәйне. Хәбәрҙәрҙән һуң, хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү башланы. Кузнецов затонында йәшәүселәр әйтеүенсә, 2017-се йылда тап ошо урында 1 мең 700 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә башларға тейеш булған. Әммә, бында бер-ниндәй ҙә эштәр алып барылмай. Мәғариф учреждениеһы өсөн тәғәйенләнгән майҙанды әрем һәм башҡа ҡый үләне баҫҡан. Элекке властар мәктәп буйынса проект эшләгән булған. Торлаҡ хужалары бер-нисә йыл элек әҙерләнгән документтың күсермәһен тапҡан. Әммә, ул тормошҡа ашманы. Мәктәп төҙөлөрөнә өмөтләнеп, ғаиләләр Кузнецов затоны биҫтәһенән фатир ҙа һатып алған. Мәғариф учреждениеһы булмағас Кузнецов затонында йәшәүсе балалар 160-сы лицейға уҡырға йөрөргә мәжбүр. Ул 550 урынға иҫәпләнгән, әммә, бында 1 меңдән ашыу уҡыусы белем ала. Кластарҙа балалар һаны күп булғас, уҡытыусыларға ла ауыр, белем биреү сифаты ла кәмей. Быны мөғәллимдәр үҙҙәре лә таный. Ә ата-әсәләрҙе тағы бер мәсьәлә борсой – мәктәпкә юл. Мәктәпкә илткән хәүефле юл хаҡында ҡышын бәйән иткәйнек. Балалар белем үренә генә түгел, ә текә ҡаяларға ла үрмәләй. Ә был хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Беҙҙең телеканалда күрһәтелгән сюжеттан һуң, Өфө прокуратураһы тикшереү башланы. Асыҡланыуынса, ҡала хакимиәте төҙөлөшкә 53 һәм йорттарҙы файҙаланыуға 9 рөхсәт биргән. Биләмәлә әүҙем төҙөлөш алып барылһа ла, ҡала властары мағирф учреждениеһы тураһында уйлап та бирмәгән. Бюджетта бының өсөн аҡса ла ҡаралмаған. Ә Кузнецов затоны микрорайонында көндән-көн йорттар ҡалҡа. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, бында 4 мең самаһы кеше йәшәй. Яңы торлаҡ файҙаланыуға тапшырылыу менән, уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. Ҡала хакимиәте мәктәп төҙөлөшө буйынса аныҡ яуап бирә алманы. Был ваҡиға буйынса суд эше 1-се августа ҡарала.
Мәктәпһеҙ ҡалған балалар
Тулыраҡ: Мәктәпһеҙ ҡалған балалар