Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, яман шеш менән ауырыусылар 6,7 процентҡа күберәк теркәлгән. Был турала Республика Йортонда уҙған “Сәләмәтлек сәғәтендә” әйтелде. Башҡортостан буйынса был ҡурҡыныс исемлектең беренсе урынында Стәрлебаш районы килә. Саҡмағош, Көйөргәҙе, Федоровкала ла онкология диагнозы ҡуйылған сирлеләр күп. Ошо ауырыуҙан вафат булыусылар иҫәбе буйынса Федоровка районы республикала тәүге баҫҡыста. Табиптар һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн күкрәк биҙенең яман шеше, үпкә яман шеше арҡаһында бихисап кешеләр вафат була. Республика Йортондағы кәңәшмәлә Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының нисек бойомға ашырылыуы тураһында ла һүҙ булды. Милли программаларҙың үтәлеше башҡарма власть органдарының шәхсән күҙәтеүенә алынған.
Башҡортостанда онкология сирҙәренә дусар булыусылар һаны арта
Тулыраҡ: Башҡортостанда онкология сирҙәренә дусар булыусылар һаны арта