Ошо исем аҫтында сит илдәрҙә ун йыллап үткәрелгән сараға Рәсәй ҙә ҡушылды. Сибай ҙа был социаль акциянан ситтә ҡалманы. Аҙна һайын ҡала халҡы урындағы табиптар менән бергә саф һауала йөрөргә сыға. Йәнле аралашыу файҙалы кәңәштәр менән үрелеп бара. Теләгән һәр кем баш табибы Радик Нәҙерғоловҡа һәм Сибай дауаханаһының башҡа белгестәренә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды. Сәйәхәт урыны итеп ҡаланың Еңеү паркы һайланған.
Табип менән сәйәхәт
Тулыраҡ: Табип менән сәйәхәт