Донъя һәм хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Донъя һәм хәбәрҙәре
  • Африка тағуны Болгарияла. Республиканың бер-нисә ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Мәҫәлән, Бра́шлен тип аталған ауылда үлемесле ауырыу илдәге иң ҙур сусҡа фермаһында табылған. Инфекция таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн фремалағы 40 меңдән ашыу сусҡаны юҡ итергә тура киләсәк. Властар хайуандарҙы йәшермәҫкә һәм урындан- урынға күсермәҫкә ҡуша.
  • Австралияла наркотик тейәлгән фургон полиция машинаһына бәрелгән. Уны туҡтатҡан тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ауыр йөк машинаһында 140 миллион долларға баһаланған 273 кг метамфетамин табалар. Водитель бер-нисә статья буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылған.
  • Иркутск өлкәһенең Усть-Ордынский ҡасабаһы янында ашығыс медицина ярҙамы машинаһы аварияға эләккән. Һөҙөмтәлә бала табыу йортона алып китеп барған ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Фельдшерҙы дауахаға һалалар. Билдәле булыуынса тиҙ ярҙам машинаһының 54 йәшлек водителе иҫерек килеш руль артына ултырған. Ул авария урынынан ҡасып китә. Һуңынан уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.
  • Ярославль өлкәһендә аэростаттарҙа һауала осоу буйынса “Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы” тигән фестиваль үтә. Шоу йыл да меңәрләгән тамашасыны йыя. 2019 йылдың йәйендә байрам майҙаны итеп Ярославль, Бөйөк Ростов, Суздаль һәм Пересла́вль-Зале́сский ҡалалары һайланған.