“Көмөш аҡбуҙат” кинофестиваленә әҙерлек

Тулыраҡ: “Көмөш аҡбуҙат” кинофестиваленә әҙерлек

Август айында башҡалабыҙ йәнә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны ҡаршылай. Өфөлә 4-се тапҡыр “Көмөш аҡбуҙат”кинофестивале үтә. Быйыл форумдың даирәһе киңерәк: конкурс программаһында милли, этник әҫәрҙәрҙән тыш социаль һәм мотивацион фильмдар ҙа күрһәтеләсәк. Фестиваль сиктәрендәге уникаль фильмдарҙы тамашасы Родина кинотеатрында бушлай ҡарай ала. Башҡортостан йәшмәһенең үҙенсәлеген, ҡиммәтен таш биҙәүселәр яҡшы белә.Ижадсылар уны республика тауҙарына сығып бөртөкләп йыйып ала. Әлеге мәлдә Өфө оҫталары Көмөш аҡбуҙат кинофестивале еңеүселәренә башҡорт йәшмәһенән бүләктәр әҙерләй. Таш йышыу еңел эш түгел. Шуға ла эштең сифаты юғары баһалана. Август айында үтәсәк Көмөш аҡбуҙат халыҡ-ара кинофестивале быйыл 4-се тапҡыр үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә форум үткән 3-әүһенән ҡырҡа айырыла.Ҡатнашыусыларҙың күплеге, географияның киңлеге, программаға социаль һәм мотивацион киноның өҫтәлеүе, еңеүселәргә әҙерләнгән тос бүләктәр фестивалдең кимәле юғары буласағы хаҡында һөйләй. Бөтә фестивалдәр ҙә урындағы мәҙәниәтте байытыу йәһәтенән әһәмиәтле. Милли үҙенсәлекте, телде һаҡлауҙа ла кино сәнғәтенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.Бер яҡтан туғандаш халлыҡтың сәнғәте менән танышһаҡ, икенсенән үҙебеҙҙең башҡорт киноһының уңыштары менән бүлешәбеҙ. Быйыл баһалама ағзаларын билдәле актер Сергей Шәкүров етәкләй. Фестивалдә ҡатнашҡан фильмдарҙы Родина кинотеатрында ҡарарға була. Ә « Көмөш аҡбуҙат » халыҡ-ара кинофестиваленең ябыу тантанаһына донъя кимәлендәге билдәле актерҙар саҡырылған.