Августан һәр райондың бизнес-шерифы буласаҡ. Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын тәғәйенләү кәрәклеген Радий Хәбиров белдергәйне. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был эште йәһәтерәк атҡарыу бурысын ҡуйҙы республика етәксеһе. Уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһе оператив кәңәшмәнең йәнә көн ҡаҙағында. Отчеттарҙа эштәр ваҡытында башҡарыла тиелһә лә, уның нисек эшләнеүе боросуға һала. Был хаҡта Радий Хәбировҡа Дәүләкән халҡы хәбәр еткерҙе. Үткән аҙнала эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Һөҙөмтәлә, уңайлы мөхит урынына яңы әммә уңайһыҙ тротуар, уйланылмаған балалар майҙансығы, урын еренә еткерә эшләнмәгән туҡталҡа ала халыҡ. Благовещендағы ошондай ремонттың береһе бөтә чиновниктар алдына алама өлгө булараҡ сығарылды. Шуға ла хәҙер торлаҡ коммуналь хужалығы министрлығы сифатһыҙ башҡарылған эштәрҙе тикшерәсәк. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәс кенә ремонт башҡарыусылар аҡсаһын ала. Муниципалитет етәкселәренә шулай уҡ ремонт башҡарылған ихаталар һаны атынан ҡыумаҫҡа, ә эште уйлап комплекслы башҡарырға саҡырҙы. Шул уҡ ваҡытта 2024 йылға тиклем республикалағы бөтә булған күп фотирлы йорт яны биләмәләре тәртипкә килтерелергә тейеш. Ә ҡайһы йорт яны ҡасан ремонтлланасағы хаҡында мәғлүмәт профилле министрлыҡ сайтында булырға тейеш. Газон-тротуарҙа автомобиль ҡалдырған өсөн штраф һалыуға бәйле Радий Хәбиров үҙ фекерен әйтеп үтте. Закон намыҫһыҙ водителдәр менән көрәшкә йүнәлтелгән, ә ғәмәлдә күберәк штарф йыйыуға ҡайтып ҡала... Ошондай уҡ хәл ташландыҡ автомобилдәрҙе утилләштереү менән дә ҡабатланмаһын өсөн әле регламент әҙерләнә. Сентябрҙән барлыҡ юридик мәсьәләләр хәл ителеп ташландыҡ машиналарҙы эвакуациялау башланырға тейеш. Урам йөҙөн боҙоусы “кәрәкһеҙ” тимер аттар хаҡында халыҡ та хәбәр итә ала. Бының өсөн “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы яңы функциялар менән тулыландырыла. “Инцидент плюс” тип аталасаҡ яңы ресурс халыҡ мөрәжәғәттәрен тиҙ арала эшкәртеп, етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ярҙам итергә тейеш. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләгнеүселәр һаны йыл башынан 4 мең тирәһенә артҡан. Әммә милли проекттарҙа билдәләнгән күрһәткестәргә әлегә етмәгән. Төбәктә йүнселлекте әүҙемләштерергә район-ҡалаларҙа барлыҡҡа киләсәк бизнес шерифтар ярҙам булырға тейеш. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда ике йыл эсендә 8 мең ярым квадрат метрға тиң авария хәлендәге торлаҡ яңыртылырға тейеш. был маҡсатта республикала 3 программа булдырылған. быйыл йыл аҙағынаса 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡта йәшәүселәр күсереләсәк.
Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне
Тулыраҡ: Радий Хәбиров ихаталарҙы төҙөкләндереү эшен йәнә тәнҡитләне