Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә

Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡала-ара автобус маршруттары тергеҙелә

Оҙон блға сығыусы пассажирҙарҙың хәҙер уңайлы һәм заман талаптарына яуап биргән транспортта оҙон юлға сығыу мөмкинлеге буласаҡ. Республиканың төп автотранспорт предприятеһы “Башавтотранстың” техник базаһы яңыртыла. Ойошмаға өр-яңы 6 автобус бирелде. Нефтекамалағы заводта сығарылған машиналар Өфө менән Ағиҙелде, Күмертау, Яңауыл, Бөрө, шулай уҡ Тәтешле һәм Архангелде тоташтырасаҡ. Быға тиклем ошо биләмәләр һәм баш ҡала араһында тура автобус бәйләнеше булмаған. Ә яңы автобустарҙың тәүге рейсы Өфөнән Бөрөгә юлланды. Автобуста климат-контроль системаһы, шулай уҡ юлаусыларҙың йөгө өсөн айырым бүлектәр бар. “Башавтотранс” өсөн был автобустар икенсе партия машиналары.