Иҫке йорттан - яңы иҫке йортҡа

Тулыраҡ: Иҫке йорттан - яңы иҫке йортҡа

Өфөнөң Дим районынында “Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү” программаһы буйынса тапшырылған фатирҙар йәшәү өсөн яраҡһыҙ булып сыға. Урындағы халыҡ 4 йылдан ашыу ғәҙеллек өсөн көрәшә. Дим районының Якуб Колас урамында урынлашҡан йорттарҙағы проблемалар бер-нисә йыл дауам итә. Яңы торлаҡта йәшәүселәрҙең күбеһенә фатирҙар “Авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү программаһы” буйынса бирелгән. Тик хужалар менән бергә уларҙың проблемалары ла күсеп килә. Соколовтар ғаиләһе Дим ҡасабаһына 2015 йылдың аҙағында күсеп килә. Иҫке авариялы йортто – яңы авария хәлендәге йортҡа алыштырған кеүек тойолдо, ти фатир хужалары. Бер-бер артлы төҙөлгән биналарҙа ла бер үк етешһеҙлектәр – һыу баҫымының түбән булыуы. Түбән һыу баҫымынан тыш, йортта йәшәүселәр, шулай уҡ елләтеү системаһының дөрөҫ эшләмәүе, һыуыҡ иҙәндәр һәм башҡа проблемаларҙан яфалана. Фатир хужалары төрлө инстанциялар ишектәрен шаҡый. Ниһәйәт, йорттарҙың сифатын “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты”ның үҙәк штабы вәкиле Светлана Калинина тикшерҙе. Яңы өс ҡатлы йорттар 2012 йылда авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү өсөн төҙөлә. Был йорттарҙы тиҫтәләгән етешһеҙлектәр менән ҡабул иткән урындағы хакимиәткә килеп тыуған һорауҙарға яуап бирергә тура киләсәк. Урындағы хакимиәт вәкилдәре иһә төҙөүсе компаниянан етешһеҙлектәрҙе бөтөүҙәрен талап итергә ниәтләй.