Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре
  • Гонконгта хөкүмәткә ҡаршы сығыштар дауам итә. Үткән ялдарҙа 250 меңдән ашыу кеше манифестта ҡатнашҡан. Акция рөхсәтһеҙ үткәрелгән, шуға демонстрацияға йыйылғандарҙы таратыр өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Әйтергә кәрәк, Гокнонгта сыуалыштар ике ай дауам итә. Халыҡ урындағы хакимиәт башлағының эштән китеүен талап итә.
  • Американың Атланта аэропортында ҡарауһыҙ ҡалған бала багаж лентаһын карусель менән бутаған. Ул конвейерҙа биш минут тирәһе йөрөй. Быны аэропортта урынлаштырылған бер-нисә күҙәтеү камераһы төшөрөп ҡалған. Әсә кеше әтеүенсә, бала бер-нисә секундҡа ғына ҡарауһыҙ ҡалған арала юғала. Бәхеткә, малайға зыян килмәгән.
  • Һыу аҫтындағы музей. Иорданияла Ҡыҙыл диңгеҙ төбөндә хәрби техника музейы асылған. Экспонаттар араһында танктар, зенит батареялары, вертолеттар, БТР һәм ашығыс медицина ярҙамы машиналары. Йәмғеһе, 19 берәмек хәрби техниканы бер аҙна эсендә 28 метр тәрәнлеккә төшөргәндәр. Экспозиция Акаба курорты янында урынлашҡан. Ошо рәүешле властар, туристарҙы һәм профессиональ дайверҙарҙы йәлеп итергә теләй.