Йәш рәссамдың был ҡылығы ҡайһы берәүҙәргә бик үк оҡшап етмәй. Рәссам, әлбиттә, атайымдың ҡарашын, эске хис-тойғоларын тулыһынса асып бирә алған, ти Руслан Баҙыҡов. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡовҡа портрет бер һүҙһеҙ оҡшай, тик уның һатыуға ҡуйылыуына билдәле онколог ризаһыҙлыҡ белдерә. Баҙыҡовтар Өфөнөң ҙур сауҙа нөктәләренең береһендә үткән күргәҙмәне үҙҙәре килеп ҡарай. Рәшит Ғәзиз улын ризаһыҙлыҡ алынмай эшләнгән портреттан да бигерәк, уның хаҡы ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Фото бынан ете йыл элек, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, 60 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе булған Рәшит Ғәзиз улының 75 йәшлек юбилейына арналған мәҡәлә өсөн төшөрөлгән була. Бер ваҡытта ла, бер нәмәне лә аҡса күләменә һалып үлсәмәнем, ти табип. Шуға ла йәш рассамдың минең күңел кисерештәрен асыҡ күрһәтә алыуы бер яҡтан миндә һоҡланыу уятһа, икенсе яҡтан портретты һатыуға ҡуйыуы бер аҙ эсте бошора, ти Рәшит Ғәзиз улы. Күргәҙмәләге 14 эш араһында Рәсәйҙең рәссамдар союзы ағзаһы Рәмил Абдуллиндың да портреты бар. Был эш менән мин күптән таныш, әммә һатыуға ҡуйылғанын һеҙҙән беренсегә ишетәм, ти рәссам. Портреттың геройын алдан иҫкәртмәйенсә эште һатыуға ҡуйыу - юридик яҡтарын тәртип боҙоу. Адвокат Морат Сабитов әйтеүенсә, бында Граждандар кодексының ике статьяһы иҫәпкә алынмаған. Сауҙа нөктәләренең береһендә урын алған эштәрҙең авторы йәш, һәләтле рәссам – Элина Тарасова. Поп-арт стилендәге күргәҙмә ике йыл элек асыла. Тап ошонан һуң бик күптәр портреттарҙы һатып алыу теләген белдерҙе, ти ҡыҙ. Элина Тарасова әйтеүенсә, портреттарҙы һатып аҡса эшләү тәү маҡсат булмай. Йәш рәссамдың үҙен күреп һөйләшкән арала Руслан Баҙыҡов атаһының рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ Элинаның теүәл итеп табиптың уй-кисерештәрен һүрәтләй алыуын да әйтте. Ә портрет иһә һатып алынды. Хәҙер рәссамдың ижад емеше тағы ла бер йортто биҙәйәсәк.
Өфөлә билдәле шәхестәрҙең портреттарын һатыу арҡаһында ығы-зығы ҡуба
Тулыраҡ: Өфөлә билдәле шәхестәрҙең портреттарын һатыу арҡаһында ығы-зығы ҡуба