Буласаҡ донъя чемпионы

Тулыраҡ: Буласаҡ донъя чемпионы

Өфөлә йәшәүсе Вильдан Ғәлеасҡаров джиу-джитсу буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал яулап ҡайтты. Әммә, 8 йәшлек спортсы бының менән генә туҡтап ҡалырға уйламай. Ул ата-әсәһенә мотлаҡ донъя чемпионы буласаҡмын тип вәғәҙәләгән. Уңыш – ул мөғжизә түгел, уңыш – ул көн һайын тырышып эшләү, ти көрәшселәр. Вильдан Ғәлеасҡаров та көн һайын турникта күтәрелә, төрлө күнекмәләр башҡара. Был иһә һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Өсөнсө класҡа күскән Вильдан Ғәлеасҡаров грепплинг, панкратион, ирекле көрәш, самбо, джиу-джитсу менән шөғөлләнә. Был спорт төрҙәренә атаһы 5 йәшендә биргән. Ошо арауыҡ эсендә ул бихисап наградалар яулап өлгөргән һәм уларҙың барыһы ла призлы урындар. Ғәлиасҡаровтар 4 бала тәрбиәләй. Өлкәндәре әле ауылда туғандарына ярҙам итә. Бында кесеһенән олоһона тиклем спорт менән мауығалар. Спортсы буш ваҡытында шахмат уйнай, Рәсәй ҡалаларын өйрәнә. Сөнки, көрәш төрҙәре менән булышҡандарға ил төбәктәре буйынса күп йөрөргә тура килә. Ә шахмат – фекерләү ҡеүәһен яҡшырта, ти тренерҙар. Вильдан Ғәлеасҡаров ике клуб өсөн сығыш яһай. Береһендә грепплингҡа, икенсеһендә самбоға өйрәтәләр. Ә буш ваҡытында атаһының эшенә лә килеп, өлкәндәр менән шөғөлләнә. Бында иһә уға бер-ниндәй ҙә ташлама юҡ. Белорет районында тыуып үҫкән башҡорт егете Эдуард Ғәлеасҡаров бала сағынан бокс, футбол менән мауыға. Әммә, ауылда юғары кимәлдә спорт менән шөғөлләнергә шарттар булмай. Хәҙер ул малайын һәр ярышҡа тиерлек алып барырға тырыша. Көндәлек көсөргәнешле күнекмәләр һәм тәжрибә туплау һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Эдуард Ғәлеасҡаров Росгвардия көстәрендә хеҙмәт итә. Рядовойҙан алып офицер званиеһына тиклем үрләй. Икенсе Чечен кампанияһында ҡатнаша, 2000-се йылда ауыр яралана. Күрһәткән батырлығы өсөн билдәләнә — Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Вильдан Ғәлеасҡаров өсөн атаһы өлгө булып тора. Ул да үҫеп еткәс мотлаҡ донъя чемпионы һәм офицер формаһы кейеп йөрөргә хыяллана.