Сит ил фильмдарына оҡшаш уҙыш

Тулыраҡ: Сит ил фильмдарына оҡшаш уҙыш

Полиция хеҙмәткәрҙәре башҡалала иҫерек водитель артынан ҡыуғын ойоштора. Руль артында иҫерек ҡыҙ үҙенең әхирәттәре менән ошо рәүешле шаярған, күрәһең. Әммә водитель таныҡлығы ла булмаған автоһәүәҫкәрҙе ҡәтғи ҡарар көтә. Был хаҡта Рәсәй медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдерҙе. Иртә менән иҫерек йәш ҡыҙҙар үҙҙәрен, күрәһең, айырыуса ҡыйыуланып, ҡыуғын ойошторған. Полиция хеҙмәткәрҙәренең автомобилде туҡтатырға ҡушыуҙарын бөтөнләй һанға һуҡмай, юғары тиҙлектә светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеп, йәшел төкә үтеп барған автомобилгә бәреләләр. Ауди А4 автомобилендә 3 ҡыҙ киске кәйеф-сафанан һуң айнығып та етмәгән. Юл хәрәкәте фажиғәһе сәбәпсеһенең хатта водитель таныҡлығы булмаған. Алкотестр 800 промилле күрһәткән. Ҡыҙға ҡарата 12 протокол төҙөлгән. Ә бына бөтә хәлде видеояҙмаға төшөрөп интернетҡа һалған әхирәттәре иҫкәрмә менән генә ҡотолоуы ихтимал. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Башҡортостанда һуңғы ярты йылда 7 мең ярым иҫерек водитель теркәлгән. Улар арҡаһында юлда 28 кеше үлгән һәм 157 кеше төрлө йәрәхәттәр алған.Волга буйы федераль округында Башҡортостан авариялар иҫәбе буйынса 6-сы урында. Был хаҡта “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдерҙе. Юл хәрәкәтен теркәү өсөн видеокамералар һаны арттырыла. Был иһә водителдәрҙән күберәк штраф йыйыу өсөн түгел, ә ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ үтәп, юл фажиғәләрен кисектерер өсөн башҡарыла, тип билдәләне республиканың баш автоинспекторы. Башҡортостанда авариялар күпләп теркәлгән 136 урыны иҫәпләнә, шуларҙың 112 башҡалала, 2016 йыл менән сағыштарғанда был һан 3 тапҡырға кәмерәк.