Был документ балыҡты нимә менән тоторға ярауын, ниндәй сикләүҙәр булыуын билдәләй. Ҡала һәм көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итеү өсөн күп кәрәкмәй. Ҡармаҡ тотоп яр башында ултырыу ҙа етә. Әммә ошондай, тәү ҡарашҡа, ябай шөғөлдә лә хоҡуҡи яҡты оноторға ярамай. Бөтәһе лә һыу буйына килгәс тә башлана. Нимә ярай, нимә ярамай? Яңы закон тап ошо һорауҙарға яуап бирә лә инде. Мәҫәлән, спининг, фидер һәм ҡалҡыуыслы ҡармаҡтар менән балыҡ тоторға мөмкин. Ә бына электр ҡоролмалары һәм химикаттар ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Был ҡағиҙәне боҙоусыларға 5 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Ау, йылым менән балыҡ тотоусы браконьерҙар — электән килгән бәлә. Ау йә йылым менән хоҡуҡ һаҡлаусыларға тап булдың икән, был осраҡта енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ла ихтимал. Һуңғы осорҙа һәүәҫкәр балыҡсылар үҙҙәре браконьерҙарға ҡаршы көрәште әүҙемләштерҙе. Әммә был изге башланғыстың икенсе яғы ла бар. Яңы закон авторҙары әйтеүенсә, был документ тәү сиратта браконьерлыҡҡа ҡаршы көрәште һөҙөмтәле итеүгә йүнәлтелгән. Ә һәүәҫкәр балыҡсыларҙың дөйөм файҙаланыуҙағы бөтә һыу ятҡылыҡтарында ла балыҡ тотоу рөхсәте бар. Яңы закон 2020-се йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Республикала һәүәҫәкәр балыҡсылыҡ тураһындағы закон ҡабул ителде
Тулыраҡ: Республикала һәүәҫәкәр балыҡсылыҡ тураһындағы закон ҡабул ителде