Сибайҙа Урал аръяғы райондарының иҡтисади үҫеше өйрәнелде. Ошо мәсъәләгә арналған кәңәшмәне Респулика башлығы Рөстәм Хәмитов үткәрҙе һәм төбәк үҫешен күҙаллаған маҡсатлы программа тейешле кимәлдә үтәлмәүен белдерҙе. Ошоно күҙ уңында тотоп Урал аръяғы райондарының үҫеш программаһы тағы ла 5 йылға оҙайтылды. Был ваҡыт эсендә инвесторҙар йәлеп итеү һәм яңы эш урындарын булдырыу йәһәтенән эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә кәрәк. Республика башлығының Сибайға эш сәфәре тураһында киләһе репортаж.
Хәбәрсе. Сибайҙағы балалар ижады йортонда был юлы һөйләшеү етди булды. Ҡала юбилейына килгән Рөстәм Зәки улы тап ошонда Урал аръяғы төбәгенә ҡараған 7 райондың хакимиәт башлыҡтарын йыйҙы. Улар өсөн һөйләшеү еңел булмаясағы шунда уҡ билдәле булды.
Борсолорға урын бар-Урал аръяғы райондары үҫешен күҙаллаған маҡсатлы программа селпәрәмә килеүе ихтимал. Программаны бойомға ашырыуға байтаҡ көс һәм аҡса йүнәлтелгән, ә һөҙөмтә юҡ кимәлендә. Рөстәм Хәмитов программаның үтәлешен контролдә тотоусы һәр министр һәм хакимиәт башлығынан был хәлгә аңлатма бирүҙе талап итте. Урал аръяғы –Республиканың эре төбәктәренең береһе. Шуға ҡарамаҫтан байтаҡ күрһәткестәр буйынса артта ҡала. Мәҫәлән, урындағы властар эре инвесторҙар йәлеп итеүгә өлгәшә алмаған. Республика башлығы билдәләүенсә, әле Урал аръяғы Республика ярҙамы иҫәбенә генә үҫешә .
Урал аръяғы райондарының үҫеш программаһы бойомға ашырыла башлағандан алып, төбәккә 50 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, ә уңышлы эшләй башлаған предприятиелар һанын бармаҡ менән һанарлыҡ. Мәҫәлән,Сибай тирмәне заманса ҡорамалдар ярҙамында тәүлегенә 300 тонна иген эшкәртә ала. Сеймал бында эргәләге райондарҙан килтерелә. Социаль тармаҡ та ихтибарҙан ситтә ҡалманы. Сибайҙағы балалар художество мәктәбе ике ҡатлы бинала урынлашҡан һәм тиҙҙән бында заманса күргәҙмәләр залы ишектәрен асасаҡ. Фекер алышыуҙарҙа республика башлығы тәү сиратта хәл итеүҙе талап иткән йүнәлештәрҙе билдәләне. Урал аръяғында ауыл хужалығы һәм сәнәғәт һаман аҡһай. Бөтә мәсъәләләрҙе хәл итеү өсөн маҡсатлы программаны тағы ла 5 йылға оҙайтырға ҡарар ителде. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Урал аръяғы проблемаларын министрлыҡтар ғына түгел, халыҡ та хәл итә ала. Шуның өсөн дә инициативалы,әүҙем кешеләргә таянырға кәрәк.
Ә ябыҡ ишектәр артында етди һөйләшеүҙәр барған мәлдә, Сибай халҡы байрам итте. Сәскәләр карнавалы һәм башҡа тамашалар ҡала юбилейы уңайынан үткәрелгән тантанаға килеүселәләрҙең барыһының күңеленә лә хуш килде.