Өфөгә Донецк халыҡ республикаһынан Оле Лукое театры килде. Кисә театр милли йәштәр театрында тәүге тамашаһын ҡуйҙы. Театр актерҙары тамашалар ҡуйыуҙан килгән аҡсаны Донецк ҡалаһының ауыр хәлдә ҡалған балаларына тапшырасаҡ. Оле Лукое театры актерҙары – күптән түгел генә шартлауҙар яңғыраған Донецктан тура килгән. Улар — ябай студенттар һәм уҡыусылар. Улар әйтеүенсә, репитициялар ҡаланы утҡа тотҡан ваҡытта ла дауам иткән. Өфөгә килеп,бөтөнләй башҡа донъяға эләккәндәй булдыҡ,ти йәш актерҙар. Милли йәштәр театры залында буш урындар юҡ. Актерҙарҙың күптәреннә 16 йәш тә юҡ,шуға ҡарамаҫтан улар ҡуйған тамаша үҫмерҙәр өсөн генә түгел. Драматург Владимир Зуевтың Әсәйҙәр спектакле һуғыш яланында улдарын эҙләгән әсәләр тураһында. Донецк балалар театры Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла сығыш яһау теләге ҙур. Театрҙың Өфөгә сәфәрен финанслаусы шәхси компания һәләтле йәштәрҙең гастролен артабан да финансларға әҙер.Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай гастролдәр Донецктың мохтажлыҡ кисергән балаларына аҡса йыйыу менән бер рәттән, йәш актерҙарға аҙға булһа ла һуғыш барған төбәктән ситкә сығып тороу мөмкинлеге лә. Йәш актерҙар үҙ йөрәктәре аша үткәргән һуғыш темаһын тамашасыға еткерә алыуына шик юҡ. Тамашанан һуң алҡыштар оҙаҡ дауам итте.
Өфөгә Донецк халыҡ республикаһынан ,,Оле Лукое,, театры килде.
Тулыраҡ: Өфөгә Донецк халыҡ республикаһынан ,,Оле Лукое,, театры килде.