Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Жуковский ҡалаһында үткән МАКС Халыҡ-ара авиация-космос салоны эше, унда экспозицияларын ҡуйған Башҡортостан предприятиелары стендтары менән танышты. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, авиация двигатедәре һәм вертолеттар эшләү тармағының әһәмиәте ҙур. Әле Башҡортостанда ошо йүнәлештә эшләүсе предприятиеларҙы өҫтәмә эш менән тәъмин итеү, уларҙың етештереү күрһәткестәрен арттырыу, яңы технологияларҙы үҙләштереү маҡсаты тора. Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортостандың машиналар эшләү комплексы тиҙҙән тулы ҡеүәттә эшләй башлаясаҡ тип фаразларға мөмкин,сөнки улар етештергән продукцияға авиация сәнәғәтендә ихтияж ҙур. Бынан тыш, яҡын киләсәктә ҡайһы бер илдәрҙә КА-226 вертолеттарын йыйыу яйға һалыныуы ихтимал. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең үткән 5 йылда етештереү күләмен 3 тапҡырға арттырыуын да билдәләне. Предприятие 2010-сы йылда 17 миллиард һумлыҡ тауар етештерһә, әле был һан 50 миллиард һумға еткән. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының күрһәткестәре лә насар түгел.
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов МАКС салоны эше менән танышты
Тулыраҡ: Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов МАКС салоны эше менән танышты