Өфөнөң Зәки Вәлиди урамы 4 көнгә ябыла. Был Салауат Юлаев майҙанында үтәсәк “Һөт иле” фестивале менән бәйле. Иртәгәнән Аксаков урамы киҫелешенән алып Ғафури урамына тиклемге өлөшөндә транспорт хәрәкәте туҡтатыла. Был ваҡытҡа йәмәғәт транспорттарының да маршруты үҙгәртелә. Ҡала хакимиәте ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш итә. “Һөт иле” фестивале был юлы Салауат Юлаев майҙанында 29 август көнө үтәсәк.